Илһам бөгөн һаташып уянды. Мәғәнәһеҙ, ҡурҡыныс төш күргәнгәме, тыны ҡыҫылып киткән хатта... Сәғәткә күҙ һалды. Эшкә барырға ла выҡыт еткән. Урынында ята бирҙе лә тороп китте. Яратҡан эшенә лә ниңәлер барғыһы килмәне бөгөн...
Машинаһын ҡабыҙырға тип гаражға ингәс, үҙен әллә нисек тойҙо: йөрәге йыш-йыш һуҡты, хатта кемдер уға “ултырма-ултырма” тип әйткән кеүек булды. Башҡа ваҡытта машинаһының эргәһенән китмәй, көнө буйы шуның менән булыша. Ә бөгөн “тимер ат”ын күргеһе лә килмәй...
Ҡала урамдары таңға ҡарай тыныс була. Илһам, эшкә һуңлап ҡуймайым тип, ҡыуалай башланы. Ә үҙе уйҙары менән әллә ҡайҙа йыраҡта...
Ҡапыл урам уртаһында кемдер пәйҙә булды. Күҙ менән ҡаш араһында ғына машинаның алғы тәҙрәһе селпәрәмә килде. “Юҡ! Юҡ! Улай булыуы мөмкин түгел! Был... Был баяғы ҡурҡыныс, мәғәнәһеҙ төш кенә...” Илһамдың уйҙары буталды. Бөтә тәне менән ҡалтырап ултырыуын тойҙо...
Йәш кенә ҡыҙ машинанан аҙ ғына ситтәрәк иҫһеҙ ята ине. Тотош тәне, ҡулдары, йөҙө ҡанға буялған. Илһам ҡыҙҙың янына сүгәләне. Өмөтләнеп пульсын тотоп ҡараны. “Бар! Пульсы бар! Ҡыҙ әле тере! Тик был тирәнән тиҙерәк ҡасырға кәрәк. Үҙемдең балаларым, ҡатыным бар. Мин бит ғәйепле түгел! Әммә был хәлдең яңылыш килеп сығыуына бер кем дә ышанмаясаҡ. Алып барырғамы икән ҡыҙҙы дауаханаға, әллә...” Илһам йыраҡтараҡ машина килеүен күреп ҡалғас, китеп тә барҙы...
Ҡаланан ситтәрәк урынлашҡан автосервисҡа барып, машинаһына яңынан тәҙрә ҡуйҙырҙы, кәрәк урынын ремонтлатты. Шуның менән үҙенең “бысраҡ ҡулдарын” йыуҙы...
Оҙаҡ онота алмай йөрөнө был хәлде Илһам. Оноторлоҡ та инеме! Баланың сәскәләй генә ғүмерен ҡыйып, енәйәт урынынан ҡасып киткәненә һаман ышана алмай. Телевизорҙа ла, гәзит-журналдарҙа ла был ваҡиға тураһында күп һөйләнеләр, яҙҙылар, әммә ғәйеплене таба алманылар...
Шулай бер көн Илһам өйҙә ултырғанда тормош иптәше Зилә бер ҡатынды алып ҡайтты. Зәкиә апайҙы ул Илһамға үҙенең ауылдашы тип таныштырҙы. Зилә: “Бала саҡта мин ныҡ ауырый инем. Табиптар тикшергән дә, был ҡыҙға күп ҡалмаған, тип кире бороп ҡайтарған. Үҙемде бағырға әсәйем дә, атайым да булманы бит. Ә ағайымдың үҙ ғаиләһе, балалары. Еңгәйем дә бик уҫал булды. Мине ҡарау түгел, бер минутҡа ла ял иттермәй ине. Шулай ыҙаланып ҡына йөрөп ятҡанда, Зәкиә апай мине үҙҙәренә алып ҡайтты һәм дауалап аяҡҡа баҫтырҙы. Үҙ балаһылай яратҡас, кем генә һауыҡмаһын инде!..”
Зиләнең биттәренән күҙ йәше тәгәрәне. Шулай ҙа һүҙен дауам итте: “Мин үҫеп буй еткәс, ҡалаға киттем. Хаттар яҙа инем, ваҡыт булмай башлағас, оноттом да... Ә бына бөгөн Зәкиә апайымды дауаханала тап иттем. Иҫләйһеңме, Илһам, ике ай элек бер йәш кенә ҡыҙҙы кемдер машина менән һуҡтырып киткәйне. Ышанаһыңмы-юҡмы, Зәкиә апайҙың ҡыҙы булып сыҡты бит!”
Илһамды аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай булды: күҙҙәре ҡараңғыланды, башы әйләнде... Бер ни ҙә әйтә алмай ҡатып ҡалды. “Ҡыҙым минең, ҡолонсағым, мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона имтихандар тапшырырға барырға йыйына ине. Шул тиклем бер үҙен генә ебәргем килмәне... Шул тиклем... Йөрәгем һиҙгәндер бындай хәл булырын. Әсә йөрәге бер ҡасан да алдамай бит. Һулҡылдап торған йөрәгемде тотоп, ҡыҙымды автобусҡа ултыртып ебәрҙем. Сығып китте шул сабыйым таң менән... Кем белгән дә, кем уйлаған шулай килеп сығырын... Исмаһам, ғәйеплене лә тапмайҙар бит. Эй Аллам! Раббым, үтенеп һорайым... Зинһар, табылһын ине шул ғәйепле кеше! Ул саҡта ҡарар инем оятһыҙ күҙҙәренә... Балам, ҡолонсағым минең, ике ай буйы иҫһеҙ ята...”
Зәкиә апай сайҡалып китте. Күп ҡайғырыуҙан, илау-һыҡтауҙан һаулығы ла насарайғайны инде. Күҙҙәрендә бер нур сатҡыһы күренмәй, бошоноу ғына. Иртүк Илһам уға йөрәк дарыуын алып килеп бирҙе. Үҙенең ҡулдары ҡалтырай. Нисек тә булһа Зәкиә апайҙың күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышты, әммә булдыра алманы. Уның тоноҡ, бошонҡо күҙҙәре бөтә тәнен өтөп алғандай тойолдо. “Ғәйепле-ғәйепле” тиҙәр һымаҡ ине. Ҡурҡышынан шаңҡып ҡалған Илһамға Зәкиә апай: “Илһам, кейәү. Зинһар, үтенеп һорайым. Берүк алып барсы дауаханаға мине. Ҡыҙыма бер ни булған кеүек тоям ниңәлер...”
Илһам Зәкиә апайҙы дауахананың алдына тиклем алып килде. “Рәхмәт Һиңә, Илһам кейәү. Бәхетле йәшәгеҙ Зилә ҡыҙым менән. Берүк рәнйетә күрмә уны”, – тип сығып киткәс, күҙҙәренә йәш эркелде. Инде нисә ай буйы түҙеп йөрөй торғас, бөгөн түҙмәне, күҙ йәшенә ирек бирҙе.... Ошо уҡ көндә Зәкиә апайҙың ҡыҙы, оҙаҡ интегеп ятҡандан һуң, донья ҡуйғанын ишеттеләр. Бынан ары Илһам түҙә алманы, ҡатынын, балаларын ипләп кенә ҡосаҡланы ла сығып китте. Ул күҙ йәштәрен һөртә-һөртә полиция участкаһына йүнәлде...