Сәскәләр йыям туғайҙа Сәскәләр йыям туғайҙа
Һайлап күңел биҙәген.
Йөрәгем түренә һалам
Йәнемә иң кәрәген.
Зәңгәрлеһе — һулар һауам,
Киң асып күкрәгемде.
Саф зәңгәрҙән яһар инем
Эскән һыу, күктәремде.
Ап-аҡ сәскә хәтерләтә
Кер ҡунмаған күңелде.
Донъяға сабый күҙенән
Ҡарау — бәхет түгелме?!
Ҡыҙыл, алдарын шиңдермәй
Һаҡлайым иркәм өсөн.
Бер утҡа, бер һыуға һалып,
Яңыртһын һөйөү көсөн.
Һарыһы — яҡты ҡояшым,
Таңдан тороп йылмайған.
Хоҙайыма рәхмәт уҡып,
Сәскә йыям туғайҙан...
Дуҫлыҡ тамғаһы Татар, башҡорт тип бүлмәйем,
Үҙ халҡым, тип һөйләйем.
Мул табынға аш ултыртып,
Уртаҡ йырҙар көйләйем.
Иңдәш халыҡ бер тамырҙан
Ҡалҡып, башын күтәргән.
Ҡайғыһын да, шатлығын да
Ҡуш йөрәктән үткәргән.
Ир-егеттәр бер йоҙроҡтай,
Яу ҡайтарған яланда.
Быуаттар аша һыналған
Дуҫлыҡ тамғаһы ҡанда.
Башҡорт, татар тип айырмай,
Үҙ халҡым, тип һөйләйем.
Энәнән дөйә сығарып,
Ыҙғыш-бола ҡуптарғанға,
Хатта сәләм бирмәйем.
Ауылым Ауылымды һөйөү хисен
Йөрөтәм гел үҙем менән:
Тирә-яғы урман, болон,
Ал-гөл сәскәнән келәм.
Көмөш күлдәкле ҡайындар
Төрөнә таң ысығына.
Йәп-йәш ҡайын һылыуҙары
Һөт күлендә ҡойона.
Йылан кеүек борғоланып
Көрпә йылғаһы аға.
Ашҡынып типкән йөрәге
Йыраҡ Иҙелгә ҡаға.
Кисен бөҙрә талға ҡунып,
Һайрай йырсы һандуғас.
Ҡайғы-хәсрәтем онотола,
Ҡайтыр ауылым булғас.
Ауылымдың һәр һулышы
Йәшәүемә төҫ бирә.
Серле матурлығын асып,
Илаһи донъя көлә.