Бөтә Рәсәй халҡы быйыл күренекле урыҫ шағиры Владимир Маяковскийҙың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы билдәләй. Республикабыҙҙың баш ҡалаһында иһә ошо уңайҙан шиғри байрам ойошторолдо.
Ижадына хөрмәтен белдереү өсөн халыҡ уның исемен йөрөткән скверға йыйылды. Совет осоронда ялҡынлы шағирҙың яҙған әҫәрҙәренә айырыуса иғтибар бирелгән. Күптәр уның шиғырҙарын мәктәп йылдарынан уҡ яттан белә.
Тантананы асып, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғонов менән Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Баязитова шағирҙың һәйкәленә гөлләмә һалды.
— Маяковский беҙҙең замандашыбыҙ, ул һәр саҡ беҙҙең менән, — тине Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәрим. — Ул шиғырҙарында бюрократияны фашланы, йәмғиәтебеҙҙәге етешһеҙлектәргә ҡарата ҡыйыу һүҙҙәрен әйтте. Әҙиптең ошо әҫәрҙәре бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмай.
Байрамда шағирҙар Марат Кәрим, Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, Әхмәҙин Әфтәх, Зөфәр Вәлит, Зөлфиә Ханнанова, Рауил һәм Алмас Шаммасовтар В. Маяковскийҙың ижадына ауаздаш шиғырҙарын уҡыны. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән танылған сатирик Марсель Сәлимов тамашаны йәнле итеп алып барҙы.