Нәшриәткә иғтибар ҙур17.07.2013
Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Михаил Сеславинский Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа республикала нәшриәт эшен үҫтереү йәһәтенән шарттар булдырған өсөн рәхмәт белдерҙе.
“Быйыл апрелдә “Иң яҡшы йыл китаптары” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалғайны. Был абруйлы һөнәри бәйге Рәсәйҙең китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы тарафынан 20 йылдан ашыу уҙғарыла. 17 номинацияла билдәләнгән китаптар баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыла, улар өсөн Мәскәү китап сауҙаһына юл асыла”, — тиелә Агентлыҡ башлығының хатында.
Унда шулай уҡ быйыл бүләкләнгән баҫмалар араһында “Китап” нәшриәте сығарған Р.Н. Рәхимовтың “Парижды ла күрҙек беҙ...” китабы бар тип билдәләнә. Бәйгегә тәҡдим ителгән китаптар Башҡортостан нәшриәтселәренең дөйөм Рәсәй нәшерләү мәҙәниәтенә ҙур өлөш индереүе хаҡында һөйләй. Михаил Сеславинский республикала китап сығарыуға артабан да ярҙам күрһәтелер тигән өмөт белдерҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандағы Матбуғат агентлығының хеҙмәтендә.