“Александр Сергеевич,
разрешите представиться.
Маяковский”.*
Владимир Владимирович,
һеҙҙең менән
танышырға рөхсәт итегеҙ...
Юҡ, ҡыҙармаҫ битегеҙ.
Мин сатирик –
һеҙҙең заттан.
Ошо хаҡта
һөйләй минең исем-ат та:
Мар. Сәлим.
(“Сәләмәт тар-мар”
тигәнде аңлата.)
Өфө урамынан әле
йүгереп-атлап үтергә
етә хәлем.
Кем әйткәндәй,
дәртем дә бар,
дарман да бар.
Күп ҡалаға
баш ҡалала
йәйәү йөрөгәнде күреп,
аптырап та ҡалалар.
Ябай кешеләр, йылмайып:
– Рәхмәт һиңә,
Һәнәк дуҫ! – тип
ҡулды ҡыҫып китәләр.
Ә сатирик геройҙарым
иномарка тәҙрәһенән
йоҙроҡ күрһәтеп үтәләр.
Тик һүрелмәй бынан ғына
минең күңел.
Сөнки һис тә ғәжәп түгел:
сатириктың тормошо –
һайлап алған яҙмышы
бер ҡасан да булмай еңел.
Әле бына шуны уйлап,
Коммунистик урам буйлап
киләм, иптәш Маяковский,
Һеҙҙең исемдәге скверға –
һәйкәлегеҙ янына.
Баҫып тораһығыҙ
баҡса уртаһында
ғорур ғына,
тыныс ҡына.
Бирегеҙ ҡулығыҙҙы!
Ҡуйығыҙ усығыҙҙы!
Тояһығыҙмы,
күкрәгемдә
йөрәк түгел –
вулкан... кәмендә.
Көлөү ҡайғыһы юҡ миндә –
етди эштәр йәйрәп ята
илемдә.
Нужа, ауыр нужа бөгөн
күп ирҙәрҙең иңендә,
Сөнки донья
бай ҡараҡтар,
бур түрәләр ҡулында.
Кәртә булып тора улар
алға барыу юлында.
Бындай мәлдә
тура юлды
дөрөҫ итеп күрһәтергә
САТИРА кәрәк беҙгә –
хаҡлыҡ ҡайтһын өсөн ергә
көрәшергә бергә-бергә.
Тик...
Һеҙҙең шиғырҙағыса,
сатириктар
“ваҡланды
һәм тешһеҙләнде”.**
Бәғзеләре
яуызлыҡ менән алыштан
тамам арып,
хәҡиҡәткә,
выжданына
ҡаршы барып,
хаҡһыҙ хакимдар алдында
баштарын эйеп теҙләнде.
Ә ҡайһы бер
шыйыҡ муйынлы ҡустылар
йәмғиәттә емешләнгән
етешһеҙлекте бөтөнләй
күрмәмешкә һалыштылар.
Хатта олпат ағайҙар ҙа
күнектеләр күҙ йоморға,
алмаштырып йәһәт кенә
үткер йәпле САТИРАны
билдән түбән ЮМОРға.
Шундай ҡыҙыҡ
һәм ҡыҙғаныс
заман килде:
тоҙһоҙ һаһылдауҙар баҫты
бөтә илде.
Сәхнәләргә
тупаҫ көлкө хужалары
күтәрелде.
Экрандарҙа, интернетта,
гәзиттәрҙә, журналдарҙа
мәғәнәле САТИРАны
еңел-елпе ЮМОР еңде.
Һеҙ яҙғанса
“Бөгөн
беҙҙең ҡәләмебеҙ –штык
һәм һәнәк йәптәре”***
тимәһәк тә,
һәйбәт йәшәргә теләһәк
киләсәктә,
ныҡ тоторға кәрәк
САТИРА ҡәләмен –
халыҡты алға әйҙәүсе
әҙәбиәт әләмен.
Тик...
Ҡайҙа һуң хәҙер
йәмғиәттә
ғәҙеллекте уяу һаҡлаусы,
ябай кешене яҡлаусы,
бюрократ, ришүәтсе,
алдаҡсы, ҡараҡтарҙы,
йылы урынға оялаған
һәр төрлө ҡомаҡтарҙы
дер һелкетеп тороусы
үткер ҡәләм эйәләре,
илдең ҡыйыу ирҙәре –
САТИРА яугирҙәре?!
Владимир Владимирович,
белмәйһегеҙме,
ҡайҙа улар,
ҡайҙа китеп юғалғандар?
Юҡ шул,
һеҙ белмәйһегеҙ.
Өндәшмәйһегеҙ.
Яйһыҙ һорауҙарға
яуап бирмәйһегеҙ.
Тораһығыҙ ғорур тынып,
таш һын булып,
иптәш Маяковский –
мәңге тере совет улы!
Юҡ, юҡ, ҡыймылдамағыҙ,
ҡәҙерле Владим Владимыч,
урынығыҙҙан ҡуҙғалмағыҙ,
ҡыҙмағыҙ, туҙынмағыҙ –
бөтәһе лә “Яҡшы!”**** булыр.
Һәм мин шуға ышанып,
китеп барам эре атлап
Коммунистик урам буйлап
“Совет паспорты тураһында
шиғыр”**** ятлап:
– Уҡығыҙ,
көнләшегеҙ,
мин –
Советтар Союзы
гражданы...
Эйе,
һәйкәлдәренән ҙурыраҡ
шағир даны.
---------------------------
* В.В. Маяковскийҙың А.С. Пушкинға арналған “Юбилей шиғыры”нан.
** Шағирҙың “Юмористар тураһында күңелһеҙ шиғыр”ынан.
*** “Юбилей шиғыры”нан.
**** В.В. Маяковскийҙың поэмаһы һәм шиғыры.