Иң-иңдәре тупланған16.07.2013
С. Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың "Ғүмер китабы" шиғырҙар, поэмалар йыйынтығының исем туйы Башҡортостандың халыҡ артисы, заманыбыҙҙың данлыҡлы ҡурайсыһы Роберт Юлдашевтың ҡурай моңо оҙатыуында асылып китте. З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең магазинында уҙғарылған сараға әҙиптең ҡәләмдәштәре, әҙәбиәт һөйөүселәр, Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында ойошторолған "Ете ырыу" балалар йәйге лагерында шөғөлләнеүселәр ҙә килде.
Китабының баҫылып сығыуы — әҙип өсөн ҙур ваҡиға, күңел байрамы. "Китап" нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов сараның автор өсөн мөһимлеген билдәләне. Байрамды йәнле итеп нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева алып барҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев үҙ сығышында: "Һәр шағирҙың үҙ ижад юлы. Иректе тәүге китаптарынан уҡ яҡшы беләм, әммә йылдар үткән һайын ижадына ҡыҙыҡһыныуым һис кәмемәй, киреһенсә, уның һыҙланыуҙары аша үҙемдең быуындың, замандаштарымдың һыҙланыуын таныйым ", — тине. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Рәшит Шәкүр, Хәсән Назар, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлфиә Юнысова, шағирә Ләйсән Кәшфи шулай уҡ йылы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина юбилярҙы әҙәби ойошма исеменән ҡотланы. Матбуғат ветераны, әҙиптең яҡын дуҫы Ғәлиә Ғәлимова И. Кинйәбулатовтың һәр саҡ әүҙем сафта булыуын, әҙәбиәт менән янып йәшәүен айырым билдәләне. Шағир килгән ҡунаҡтарға шиғри күстәнәстән “ауыҙ иттерҙе”.
"Ғүмер китабы"... Йыйынтыҡтың исеме әйтеп торғанса, унда әҙиптең күркәм юбилейы үренә, ижад бейеклегенә күтәрелгәнсе яҙылған әҫәрҙәренең иң-иңдәре тупланған. Китап замандаштарының образын тыуҙырған шиғриәт өлгөһө булараҡ кәштәләрҙә генә түгел, күңел түрҙәрендә лә урын алыр.