Ғүмерлек "Ғүмер китабы"16.07.2013
Ғүмерлек "Ғүмер китабы"Тапҡыр һүҙ, поэтик фекер ҡеүәһе кешегә тәбиғәттән биреләлер, моғайын. Был йәһәттән тәбиғәттең кеше белмәгән һәм белмәйәсәк тә ҡанундары булырға тейештер. Кеше үҙенә генә хас ниндәй маһирлыҡҡа эйә булмаһын, бының сере үҙе өсөн дә сер рәүешендә ҡала. Был бары уның ғүмерлек "мине" икәнлеген генә белә. Әле күренекле шағирыбыҙ Ирек Кинйәбулатовтың "Ғүмер китабы"н нисәнсе тапҡырҙыр битләп ултырғанда ошондайыраҡ фәлсәфәүи уйҙар үҙенән-үҙе килеп тыуғандай булды.

Ысынлап та, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты дәрәжәһендә танылған шағирыбыҙ үҙ асылына ҡолаҡ һалмай башҡа һөнәр һайлаған булһа, ул саҡта ни булыр ине? Әлбиттә, тел осона килгән тәүге яуап шул: әле беҙ бер эске кинәнеү менән тотоп ултырған "Ғүмер китабы" ла булмаҫ ине. Әммә китапҡа ингән әҫәрҙәрен, иң элек шиғырҙар шәлкемен йәнә бер бөтөн итеп күҙаллау "Ирек Кинйәбулатов ҡулына ҡәләм алмай үҙенә тыныслыҡ тапмаҫ", тигән уйҙы нығытты. Китаптағы шиғырҙар — быға төплө дәлил. Уларға әҙәбиәтебеҙҙең үткәненән килгән тапҡыр һүҙ, сәсәнлек традицияһы хас булыуы шуны раҫлай. Шағирҙың китапҡа ингән поэмалары башҡорт поэзияһында яңы һүҙ булһа, шиғырҙарындағы сәсәнлек ауазы ошо традицияға йән өрөр, уны заманса яңғыратыр бер асыштыр.
Шағирҙың ғүмерендәге мул емешле дәүергә арналған йыйынтығын "Ғүмер китабы" тип атауы һис тә ғәжәп түгел. Ғәмәлдә ул шундай китап та. Шағирҙың ғүмер артылыштары, иң элек башҡорт әҙәбиәтенең төрлө быуын вәкилдәре тураһындағы китап. Тапҡыр һүҙ, афоризм менән тулы поэтик фразалар аша уларҙың ғүмерен башҡорт поэзияһы биттәренә теркәп ҡалдырыусы баҫма асылда поэтик энциклопедияға торошло.
Йыйынтыҡтың эҙмә-эҙлекле һәм бер бөтөн тип ҡабул ителеүе шағирҙың быға тиклем донъя күргән китаптарынан индерелгән әҫәрҙәрҙең билдәле бер тәртиптә бирелеүенән һәм "Яңыларҙан" тигән бүлегендә һуңғы йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре тупланыуынан килә булырға тейештер.
Бында шуныһы мөһим: шағир үҙ геройҙарының шәхесе аша үткәнде йә бөгөнгөнө байҡаһынмы, уларҙы халыҡ тормошоноң үҙәгендә күрә, улар менән бергә уның төрлө төпкөлдәренә үтеп инә. Был осраҡта автор өсөн тарих бөгөнгөгә торошло күренешкә әүерелә.
Белеүебеҙсә, башҡорт әҙәбиәтендә 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған иң тәүге әҫәр драматургия өлкәһенә ҡарай. Ул — Ф. Туйсиндың "Ватан ҡаһармандары" исемле пьесаһы, Ватан һуғышының 100 йыллығына арналып, 1912 йылда донъя күргән. Үкенескә ҡаршы, был темаға бағышланған берҙән-бер драма әҫәре булып ҡалып килә ул. Ә проза һәм поэзия был йәһәттән оҙаҡ дәүер үҙ ватандаштарының онотолмаҫ тарихына битарафлыҡ һаҡланы. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Я. Хамматовтың "Төньяҡ амурҙары" дилогияһы донъя күреүе менән проза күпмелер дәрәжәлә үҙ уҡыусыһы алдында аҡлауға өлгәшә алды тип әйтергә кәрәктер, ә поэзия өсөн 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһы һаман да күтәрелмәгән сиҙәм булып ҡала килде. Шуға күрә Ирек Кинйәбулатовтың "Бородино" әҫәренең 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығын билдәләгән көндәрҙә матбуғатта күренеүе башҡорт поэзияһы тарихында яңы һүҙ тип ҡабул ителеүе, йәмәғәтселек тарафынан юғары баһаланыуы аңлашыла, әлбиттә. Ул шағир ижадының һәр саҡ үҙ заманы ихтыяжы менән ауаздаш булыуын раҫлау менән бергә шағирҙың гражданлыҡ бурысын үтәү юлында өлгәшкән оло ҡаҙанышы булды.
Ил тормошонда булып торған иҫтәлекле ваҡиғаларҙы үҙ йөрәгең аша үткәреп, уға поэтик тон биреү аша йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү ундағы ошо сифаттарҙан киләлер. Бер ҡарағанда, әйтәйек, "Салауат Юлаев" хоккейсыларының Рәсәй чемпионатында алтын миҙал яулауы, Башҡортостан Президентының уларҙы тантаналы тәбрикләүе, З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең яңы урынға күсеүе, Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре үтеүе, Йомағужа һыу һаҡлағысын асыу, "Киске Өфө" гәзитенең тәүге һаны сығыуы, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының асылыуы, "Башкирия" теплоходы экипажының Антарктиданан Башҡортостан халҡын Яңы йыл менән ҡотлауы һымаҡ матбуғат йә телевидение, йәки радио аша килеп еткән хәбәрҙәр күп осраҡта көндәлек тормоштоң ҡәҙимге күренеше кеүек ҡабул ителә. Ә шағир иһә уларҙың барыһын да үҙенсә кисерә, үҙенең хис-тойғолары, аң-зиһене аша үткәреп, һүҙ сәнғәте абруйы менән һәр кем күңеленә үтеп инерлек, унда тәрән эҙ ҡалдырырлыҡ ваҡиғаға әүерелдерә, шуның менән башҡорт поэзияһын киләсәк быуындар алдында бөгөнгө эштәрҙең шаһиты итә.
Ошолай үҙ ижадыңды замандың шаһиты итеп тотоу яҙыусы өсөн әҙәбиәт һәм заман проблемаһын хәл итеүҙә иң тура юлдыр. Хатта әҫәре тарих төпкөлдәренә алып инеп китһә лә, ошо тойғо уны үҙ заманы алдында бурыслы итә, уның үҙенән яуап көттөрә. Башта уҡ һүҙ булғанса, Ирек Кинйәбулатов ижадының был йәһәттән үҙенә генә хас тотош бер донъяһы бар. Ошо мөғжизәле донъя шағирҙың киң ҡоласлы эпик әҫәрҙәре һәм тәрән мәғәнәле лирикаһы менән бер дәрәжәлә уның ижадын күтәреп тора һәм күркәм итә. Был донъя күренекле һәм олпат шәхестәр менән тулы, ул иһә шуларҙың үткәненең һәм бөгөнгөһөнөң шаңдауы. Шағир өсөн һәр ҡайһыһы ҡәҙерле һәм яҡын. Ул үткәнде бөгөнгө көн аша ҡабул итә, бөгөнгөлә үткәндең һөҙөмтәһен күрә. Шуның менән шағир ижады барыһын бер күҙҙән, заман күҙенән үткәрә.
Заманыңдың зәһәр ялҡындары
Бәғереңде нисек көйрәтһә,
Йылдарыңдан килгән йылдар аша
Яныуҙарың төшә йөрәккә, —
тип өндәшә шағир Ш. Бабичҡа уға арналған шиғырында, үткәнде үҙ заманы исеменән баһалап. А. Мөбәрәковҡа арналған шиғырында иһә ул үткәнде бөгөнгөгә генә түгел, киләсәккә лә алып барып бәйләй.
Тормошо ла, ижады ла уның
Үҙе мәңге ҡалыр бер осор.
Үткәндәр ҙә, бөгөнгө лә йәшәй,
Киләсәккә китә бер осо, —
тип шаһитлыҡ итә автор киләсәккә ҡарап, бөгөнгө көн исеменән. Шуның артынса ул икенсе бер замандашына:
Һин тормоштоң үҙе кеүек моңло,
Хәсрәтлеләр менән хәсрәтле,
Мөхәббәтле менән мөхәббәтле,
Нәфрәтлеләр менән нәфрәтле, —
тип өндәшә.

Һин тормоштоң үҙе кеүек һәр саҡ,
Ниндәй елле шулай йәшәүең!
Алда әле яңы күкрәүҙәрең,
Әле алда яңы йәшәүең, —
тигән строфа менән үҙенең "Баҫыу юлы" исемле тәүге китабындағы /Баҫыуҙарым, туғайҙарым минең/ Һәр һулышым һеҙгә береккән/ Күңелгә яңы йырҙар килә/ Йырҙарым да ергә ереккән/ тигән шиғри юлдарҙы яңыртҡандай була. Һис шикһеҙ, замандашының поэзияһы ғына түгел, уның үҙенең ижады ла тормоштоң үҙе кеүек — һәр һулышы менән ергә береккән.
Үрҙәге тәүге поэтик строфа Рәшит Шәкүргә арналһа, икенсеһе Абдулхаҡ Игебаев поэзияһына төҫ бирә. Ошолай Ирек Кинйәбулатов үткәнде һәм бөгөнгөнө уҡмаштырып, киләсәккә ҡарап, башҡорт әҙәбиәтендә традициялар күсәгилешлелегенә үҙенсә генә эске импульс биреп, үҙ юлын үҙенсә дауам иттерә, заман юғарылығынан тороп, уның хаҡында шаһитлыҡ итә, үҙ поэзияһының энциклопедик характерҙағы донъяһын эпик һәм лирик жанрҙағы әҫәрҙәр менән байыта барып, үҙ тыуған Башҡортостанына арымай-талмай хеҙмәт итә. Уның ярты быуатлыҡ тос ижады шуны раҫлай.


Вернуться назад