Тоғролоҡ16.07.2013
Ҡәләмдәшем Ирек Кинйәбулатовҡа
Атаң ҡаны менән күскән холоҡ:
Сабый саҡтан уҡ һин — ирекле!
Үҙгәрталмай һине һис бер заман,
Иреклектә күргәс егетлекте,
Иреклектә күргәс ирлекте.
Һөйләгәнең хайран ҡалдырғайны:
Яуҙа башын һалғас атайың,
"Детдом" эҙләп, бер
берәҙәк булып,
Өфө юлдарын һин тапайһың.
Шәп малайҙар-ҡыҙҙар йәшәй,
имеш,
"Детдом" тигән матур ожмахта...
Милиция ағай, тотоп алып,
Ауылыңа кире оҙата.
Ил күргәнде күреп егет булғас,
Иреклегең тарта алыҫҡа —
Диңгеҙҙәрҙә хәрби матрос һин,
Арыҫландай әҙер алышҡа!
Ер сиктәрен йыуған океандың
Һыу, һауаһы, уты ажарлы!
Хәрби хеҙмәт ашы менән бергә
Йоттора ул хатта таштарҙы!
Журналислыҡ — барыбер хәрби
хеҙмәт,
Тельняшкаңды һалғас һандыҡҡа,
Һин ашҡындың кеше араһына,
Шулай кәрәк булғас халыҡҡа.
Ябайҙарҙың ғәҙел ғәмәленә
Һөйөндөң һин...
Берсә йәлләнең.
Ғүмерҙәрең буйы иреклеккә
Тоғро ҡалды үткер ҡәләмең.
Иреклегең һинең шағир итте,
Шағирлығың — халыҡ баһаһы.
Һиңә асыҡ, ҡасан барып төшмә,
Оло-кесенең дә ҡапҡаһы.
Шағирлыҡ ул — барыбер хәрби
хеҙмәт,
Ҡиблаларың булғас иреклек.
Иреклек гел һынай егетлегең,
Егетлегең һинең — ғүмерлек!