Халыҡсан шиғриәт16.07.2013
Халыҡсан шиғриәтШағирҙың төп әйтер һүҙе, һүрәтләр объекты — кеше. Бөтә уй-хыялы уның кеше тураһында. Хатта тәбиғәтте лә ул — беҙҙе уратып алған донъя, ер, мөхит булараҡ — туранан-тура һүрәтләмәй, ә кеше шәхесе аша килә, кешене Йыһандың бер күҙәнәге итеп күрә, кеше менән тәбиғәттең бер бөтөнлөгөн художестволы асып бирә:
Бәрәңгеләр күкрәп сәскә атһа,
Өмөт сәскәләре шыттылар.
Шуның менән генә үткәрелде
Яҙҙы, көҙҙө, һалҡын ҡышты ла...
("Бәрәңге сәскәләре").

Күпме балаларҙы етем иткән ҡәһәрле һуғыш афәте онотолорлоҡмо?! Сәскә атҡан бәрәңге баҡсаһында ҡымшанмай уйға батып торған сал сәсле ир уҙмандың уйҙары ана ҡайҙарҙа гиҙә: ас-яланғас бала саҡ һәм йәшәүгә өмөт уятып сәскә атҡан бәрәңге баҡсаһы...
Бөтәшкәнме ерем ярыҡтары
(Ярылғайны ҡоро көндәрҙә)?
Ер ярығы, күңел яраһылай,
Һыҙландыра йылы мендәрҙә.
("Ҡарҙар булып...").

Игенсенең уй-хәстәрҙәрен аңлаған кеше генә, ул ҡайҙа йәшәмәһен, ҡоролоҡтан ер сатнаһа ла, ҡышын ҡар яумаһа ла хәүефләнә, ил яҙмышы өсөн борсола. Кешенең тәбиғәт менән бер бөтөнлөгө ошондай хәтәр хәлдәрҙә һыналыуы шағир күңелен дә ҡаҡмай ҡалмай.
Халыҡсан шиғриәтШағир — ябай әҙәм балаһы — заман һынауҙарына ла дусар була, әммә тормош ыҙғарҙары алдында ла үҙ-үҙенә талапсанлыҡты кәметмәй. Киреһенсә, яҡын дуҫ-иш йә иһә сит-яттар йөҙгә бәреп әйтә алмағанды ул үҙенә аяуһыҙлыҡ менән "тондора":
Был ғүмерҙең бөтә мәғәнәһе —
Меҫкенлек һәм ирлек араһы;
Һаман юлда һәр бер аҙымыма
Ғәҙел хөкөм тура ҡараһын.
Ирмен, тиеп, бик ирәйеп
китһәм,
Гонаһымды бер үк аҡлама.
Ебеп ҡалып, меҫкенлеккә
төшһәм,
Йәлләп торма, Аллам,
һаҡлама!..
("Мин үҙемде үҙем һаҡламаным").

Үҙеңә үҙең шиғыр яҙып булмайҙыр ул, тигәнерәк фекер ҙә бар ҡайһы бер ағай-энелә. Яҙып та була торғандыр ул. Мәҫәлән, Әнғәм Атнабаевта бар үҙ шәхесенә ҡарата яҙған шаярыу шиғыры. Хикмәт уның ниндәй әҫәр булыуындалыр. Был йәһәттән Ирек Кинйәбулатовтың шиғри монолог тибындағы әҫәрҙәре "Үҙеңде бел тәүҙә, үҙеңде" принцибына нигеҙләнеп тыуғандыр.
Көрәштәрҙә еңеп була,
Булмай еңеп үҙ-үҙеңде,
Яранан уҡ һурған һымаҡ
Кире алыу үҙ һүҙеңде.
Уйламайһың, эҙләмәйһең —
Әллә ҡайҙан килеп сыға.
Көтмәгәндә үҙ ҡулдарың
Тәгәрмәскә таяҡ тыға...
("Һөйрәгәндә тормош арбаһын").
"Ни мәғәнә үҙ-үҙеңде ҡайыҙлауҙан, әгәр унан фәһем алмаһаң" тигән әйтемдәй, эске көсөргәнешлеккә һәм ҡаршылыҡтарға ҡоролған шиғри монологтарҙың йоғонто-тәьҫире көслө, уларҙың һәр береһе уйлыларҙы уйға һалыр, ғәмлеләргә фәһем булыр образлы кинәйә-йөк артмаҡлаған.
Ҡайһы ғына шиғырын уҡыма, ниндәй генә поэмаһына туҡталма, уларҙың һәр береһендә халыҡсан, ябай образдарға тап булаһың. Был — иң төп әҙәби сифат билдәһе, Иректең бөтә ижадына хас күренеш. Был асыл-һыҙат уның шиғри стиленә (алымына) әйләнгән тип әйтер инем. Шиғырҙарында ла, поэмаларында ла был ябай халыҡсанлыҡ, халыҡсан образлылыҡ урынлы ҡулланыла, зиһендәрҙе уятып ебәрә:
Йөрәгемдә ни барлығын әйтәм —
Эсемдәге тышта, серем юҡ.
Арҡа терәр башҡа халҡым да юҡ,
Барып үлер башҡа ерем юҡ.
("Бер уйлаһаң —
тағы ниндәй ирек...").

Берҙе һөйләп, икенсене эшләү
Түгел ине һинең ҡылыҡта.
Ҡай берәүҙәр яҡшы һүҙ
һөйләйҙәр,
Яманлыҡтар ғына ҡылып та...
Ерҙә йырҙы
Мәңге йәшәтергә.
Тик йыр өсөн донъя ҡыуғайның.
Һин әсәнән генә түгел, ағай,
Һин бит ергә йырҙан тыуғайның.
("Йыр яҡтыһы").

Ирек Кинйәбулатовтың ижады хаҡында диплом эше яҙған студенттан алып академиккаса, ябай шиғриәт һөйөүсенән алып ҡәләмдәштәренәсә бик күптәр яҙҙы һәм әле лә яҙа. Был яҙмалар араһында монографик планда яҙылғандары ла бар. Бында мин шул баһаламаларҙың ни бары берәүһен телгә алып китәм, сөнки ул бик тә үҙенсәлекле булыуы менән дә, күптәребеҙгә айырыуса яҡын дуҫтыҡы булыуы менән дә айырылыбыраҡ тора. Татарстан китап нәшриәтендә 2008 йылда донъя күргән "Урал ҡурайы" китабына яҙған баш һүҙендә туғандаш татар халҡының күренекле шағиры Харрас Әйүп беҙҙең Ирек Кинйәбулатов ижадына һоҡланыуын бына ниндәй юлдарҙа белдерә: "Башҡорт шағирҙары менән байтаҡтан аралашып йәшәргә тура килде миңә, ҡайһы берҙәренең китаптарын да туған телебеҙҙә сығарырға насип булды. Әммә әлегә ҡәҙәр был ҡәләм оҫтаһының әҫәрҙәре менән таныш түгел инем. Бик оло байлыҡтан мәхрүм булып йәшәгәнмен икән дә баһа! Бына хәҙер донъям түңәрәкләнә төштө. Ирек Кинйәбулатов ижадында мин рухи туғанымды таптым шикелле..."
Шағир үҙенең етмеш биш йәшен ҡайнап торған ижади тормошта ҡаршылай. Уның өсөн айырыуса 2012 йыл емешле булды: Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми иҫтәлегенә бағышланған "Йыр яҡтыһы" поэмаһы (2012, ғинуар) һәм Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған "Бородино" балладаһы "Башҡортостан" гәзитендә донъя күрҙе ( 2012, июнь). Бындай әүҙем, емешле үҫештең нигеҙе бит — уның һәр береһе берәгәйле, изге һанлы ете китабында: "Баҫыу юлы" (1970), "Сыйырсыҡтар бала осора" (1973), "Һөйөү иртәһе" (1988), "Мин — башҡорт" (1993), "Арғымаҡта" (1998), "Замана тауышы" (2008) һәм "Ғүмер китабы" (2013). Бәрәкәтле Ҡырмыҫҡалы тупрағынан һут, туған халҡынан изге ҡот алған шағир үҙенең оло булмышына.
Асылдарын асып йәшәүҙең, аҫылдарҙың сисеп серҙәрен, даръяларын кисеп хистәрҙең йәшәгән һайын, алға барған һәм ижадта янған һайын Ирек Кинйәбулатовтың офоҡтары киңәйә, зиһене ҡеүәтләнә, ҡәләме үткерләнә, уйҙары ғәм-фәһемгә байый бара.
Даими уҡып, шағирҙың ижад донъяһын күҙәтеп барған кеше булараҡ, мин бер нәмәгә иғтибар иттем: ХХ быуат тамамланған, ХХI быуат башланған киҫкен заман Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов быуынына һәм, ғөмүмән, шул осорҙағы эйәрҙәш ҡәләмдәштәргә үҙе юл бирҙе, һынылышлы дәүер рухты сыныҡтырҙы, быуындарҙы нығытты, шиғриәттәрен көсәйтте. Бына ни өсөн Ирек Кинйәбулатовтың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булған "Замана тауышы" китабында шағирҙың икенсе һулышы асылғандай булды.
Шағир Ирек Кинйәбулатов өсөн ижадта иң мөһиме — ялғанды яҙмау. "Һынһын ҡәләмем, яҙһам ялғанды; Кире алһындар хаҡлы алғанды", — ти ул үҙенең йәшәү программаһы булырлыҡ "Ғүмер китабы" шиғырында. Сөнки уның һәр һүҙендә барлыҡ асылы йомолған. Ғүмерендә ул күп нәмәләрҙе юғалтҡандыр, әммә бар тапҡандары юғалтҡандарына бәрәбәр булыр. Күргән-кисергәндәре йәнде өтөрлөк тә, һөйләп-яҙып бөтөрлөк тә түгел. Бына шуға ла шағирҙың бөтә ғүмере буйына яҙған китабын алдашмай ғына, ихлас күңеленән халҡына арнауына уҡыусы ышана. Амин, шулай булһын.


Вернуться назад