Бөйөк инсан шәжәрәһе13.07.2013
(Р. Насиров, "Шәхес һаман уйланырға мәжбүр итә", 28 март, 2013 йыл)
Мәҡәләне уҡып сыҡҡас, моғайын, күптәр мәшһүр Зәйнулла Рәсүлевтең шәжәрәһен тулыраҡ белергә теләгәндер. Ни өсөн тигәндә, унда Шәрип ауылы кешеһе Рәсүлдән башлап ни бары дүрт-биш быуын теркәлгән.
Хәтеремдә, күпте белергә теләгән үҫмер йылдарымда әсәйем Бибисадиҡаның атаҡлы Зәйнулла ишанды күргәнен, аралашҡанын ишеткәс: "Милләте кем ине?" — тип төпсөндөм. "Кем булһын, уттай янып торған ҡара күҙле башҡорт — үҙебеҙҙең Үҫәргән кешеһе ине", — тип яуапланы. Шунан һуң күп йылдар үтеп, Үҫәргәндең сал Йәнсура (Бәкәтәр) ауылында һаҡланған "Үҫәргән-түңгәүер шәжәрәһе" ҡулыма төшкәс, бабабыҙҙың ысынлап та Туҡсабанан дауамланған нәҫел ебенә юлыҡтым. Уны һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм:
1. Туҡсаба — 2. Мөйтән-бей — 3. Шаҡмал-бей Мөйтән улы — 4. Бүрекәй-бей Шаҡмал улы — 5. Һеркә-бей Бүрекәй улы — 6. Манғут-бей Һеркә улы — 7. Урал-бей Манғут улы — 8. Ята (Буят)-бей Урал улы — 9. Иңкеш Ята улы — 10. Туҡай Иңкеш улы — 11. Моратҡабул Туҡай улы — 12. Солтанай Моратҡабул улы — 13. Ғашиҡ Солтанай улы — 14. Байрамғол Ғашиҡ улы — 15. Муса Байрамғол улы — 16. Рәсүл Муса улы — 17. Хәбибулла Рәсүл улы — 18. Зәйнулла Хәбибулла улы (ишан) — 19. Ғабдрахман Зәйнулла улы (мөфтөй) — 20. Ғәбделрәүеф Ғабдрахман улы ...
Әлеге мәҡәләлә ике һүҙ араһында ғына "Зәйнулланың тыуған ҡыуаҡан ырыуы" тигән мәғлүмәт бар. Быны автор ҡыуаҡан ырыуы шәжәрәһе менән дә дәлилләһә, уғата нығыраҡ уйланырға булыр ине.