Документтар ҡабул ителә12.07.2013
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссия документтар ҡабул итеү хаҡында белдерә.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тураһындағы положениеға ярашлы, 2012 йылдың сентябренән 2013 йылдың авгусына тиклем донъя күргән журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн премия айырым журналистарға, шулай уҡ уларҙың коллективтарына бирелә.
Әҫәрҙәргә репортаж, очерк, документаль повесть, публицистика мәҡәләләре, теле- һәм радиотапшырыуҙар, республика, Рәсәй йәки сит ил баҫмаларында йәиһә электрон киң мәғлүмәт сараларында сыҡҡан фотоһүрәттәр шәлкеме, айырым китап булып нәшер ителгән материалдар инә. Уларҙа замандаштарыбыҙ образы, милли мәҙәниәттәр байлығы, халыҡтар дуҫлығы, йәмғиәттәге тыныслыҡ һәм татыулыҡ, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре сағылырға тейеш.
Материалдарға ҡуйылған талаптар: билдәләнгән темаға тап килеү, аналитика, цикллылыҡ, теманың үҙенсәлеклелеге, объективлыҡ, аныҡлыҡ, теманы асыу тәрәнлеге, дәлиллелек, сағыулыҡ, әҫәр теленең аңлайышлы булыуы. Материалдарҙы премияға республиканың Журналистар союзы, айырым авторҙар, гәзит һәм журнал редакциялары, телерадиостудиялар, мәғлүмәт агентлыҡтары, башҡа ижади коллективтар тәҡдим итә ала.
Конкурста ҡатнашыу өсөн түбәндәге документтарҙы тәҡдим итеү шарт:
— гәзит, журнал редакциялары, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы, урындағы телерадиостудияларҙың хеҙмәт коллективы йыйылышының протоколы йәки район (ҡала) Советы президиумы ҡарары;
— Автор хаҡында Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссияға ебәрелгән мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған хат;
— башҡа телдәрҙә баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәргә урыҫ телендәге аннотация;
— әҫәрҙәр (баҫылып сыҡҡандары).
Материалдар һаны сикләнмәй, фотоһүрәттәр шәлкемендә кәмендә биш кадр булырға тейеш.
Дәғүәселәрҙән әҫәрҙәр 2013 йылдың 1 сентябренә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостандың Журналистар союзы, 1007-се офис (Матбуғат йортоноң 10-сы ҡатында). Телефон/факс: (347) 276-42-66.


Вернуться назад