Яңы йыл алдынан ҡул тейеп етмәгән эштәрҙе киләсәктә мотлаҡ теүәлләү маҡсаты нығына, уңыштар иһә тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә дәртләндерә. 21 декабрҙә төбәктең матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре тап ошондай йылды барлау кисәһенә — Матбуғат байрамына йыйылды.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ойошторолған матур кисәгә Башҡортостандың 300-ҙән ашыу матбуғат баҫмаһынан вәкилдәр килде. Республиканың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, ҡотлау һүҙе менән сығыш яһап, башҡарылған эштәргә ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
— Йыл емешле булды, — тине ул. — Былтырғы Матбуғат байрамын “Үҙгәрештәр еле” исеме аҫтында үткәреп, журналистика өлкәһенә бер ни тиклем яңылыҡ индереүебеҙ тәүге һөҙөмтәләрен бирҙе. Әлеге сараны “Яңы стиль” тип атаныҡ. Тимәк, изге башланғыстарҙы дауам итергә, нығытырға, үҫтерергә тейешбеҙ. Әммә, ниндәй генә яңылыҡ булмаһын, төп ҡағиҙәбеҙ — әҙәп нормаларына тоғро ҡалыу.
Борис Николаевич һайлау кампанияһын даими яҡтыртып барған журналистарҙың хеҙмәтен айырыуса юғары баһаланы, үҙ бурыстарын лайыҡлы атҡарған барлыҡ матбуғат хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтте, уларҙы етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап, уңыштар теләне.
Унан иң тулҡынландырғыс мәл — йыл һөҙөмтәләренә ҡарап, төрлө номинациялар буйынса матбуғат сараларын, айырым журналистарҙы бүләкләү тантанаһы булды. Юғары баһа алыусылар араһында беҙҙең “Башҡортостан” гәзите редакцияһы ла бар. Баҫмабыҙ “Рәсәйҙең иҡтисади яңырыуы” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы дипломына лайыҡ булды һәм “Алтын ҡаурый” республика бәйгеһенең “Урындағы ваҡиға” номинацияһында еңеү яуланы.
Г. ИРХАНОВА.