Ҡәҙерле дуҫтар!
Милләтебеҙҙе үҫтереү тураһында ялҡынлы һүҙҙәр һөйләп, тос мәҡәләләр яҙыу менән генә алға китеш булмаясағы үҙен көндән-көн нығыраҡ һиҙҙертә. Мәҙәниәтебеҙҙе күтәрергә теләйбеҙ икән — башҡорт концерттарына, спектаклдәренә йөрөргә, эшҡыуарлыҡты йәнләндереү өсөн быуындан быуынға тапшырыла килгән кәсептәрҙе тергеҙергә бурыслыбыҙ. Милли аш-һыуыбыҙҙы етештереп, һатыуға сығарыуҙы көйләһәк тә, халҡыбыҙ үҫешенә күпме файҙа буласаҡ!
“Башҡортостан” гәзитенең йома һанын быға тиклем күп ғаиләләргә һәм ойошмаларға бушлай таратыу мөмкинлеге бар ине. Ошонан файҙаланып, меңдәрсә милләттәшебеҙгә рухи хазина өләштек. Әммә хәҙер, заман шауҡымына бәйле, бай бағыусы (спонсор) табыу мөмкин түгел. Тимәк, бөгөнгө көнгә тиклем “буш гәзит” алып уҡыған 20 меңдән ашыу ғаилә һәм ойошма 2012 йыл башынан был шатлыҡтан мәхрүм ҡаласаҡ. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың беҙҙе аңларына, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырына, йәғни “Башҡортостан”ға үҙ аҡсаларына яҙылырына иманыбыҙ камил.
Халыҡтың матди хәлен иҫәпкә алып, мөхәрририәт баҫмаға дүрт индекс буйынса яҙылыуҙы ойошторҙо. Үҙегеҙгә оҡшағанын һайлай алаһығыҙ. Аҙнаһына биш тапҡыр килгән төп гәзиттең индексы — 50600, хаҡы — 606 һум 42 тин (телепрограмма менән). Шундай уҡ телепрограммалы, әммә арзаныраҡ баҫманы хуп күрәһегеҙ икән, 99197 индексы буйынса 372 һум 90 тингә — шишәмбе, кесе йома, шәмбе һандарын, йәиһә 99203 индексы буйынса 248 һум 40 тингә шаршамбы һәм шәмбе һандарын алдыра алаһығыҙ. Әлбиттә, иң арзаны — “Башҡортостан”-Йома” гәзите. 31805 индексы буйынса киләсәк һигеҙ битлек баҫмаға ни бары 124 һум 50 тингә яҙылырға мөмкин.
Киләһе йылда ла яратҡан гәзитегеҙ көтөп алынған ҡунаҡ булып ҡалһын тиһәгеҙ, бөгөн-иртәгә үк почта бүлексәһенә ашығығыҙ йәки почтальонға мөрәжәғәт итегеҙ!
Яңы йылда ла бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
МӨХӘРРИРИӘТ.