Берлинды алған әҙип10.07.2013
Берлинды алған әҙипКүренекле яҙыусы, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөлфәр Фазыл улы Хисмәтуллин 1923 йылдың 11 июлендә Белорет районының Үрге Сермән ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Белорет ҡалаһындағы металлургия техникумына уҡырға инә.

1941 йылда Белорет металлургия комбинатына техник булып урынлаша. Тик йәш белгескә ең һыҙғанып, кинәнеп эшләргә форсат теймәй. Немец фашистарының илебеҙгә яу менән ябырылыуы Зөлфәр Хисмәтуллиндың яҙмышын һис көтөлмәгән яҡҡа бороп ебәрә. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк ул Совет Армияһы сафына саҡырыла. Тәүҙә Өфөлә пехота училищеһында уҡый. Артабан һуғыш бөткәнсе тыуған ерен һәм Европа илдәрен фашизмдан азат итеүҙә ҡатнаша. Мәскәү янындағы, Смоленск, Калинин өлкәләрендәге ауыр алыштар шанлы Курск дуғаһындағы тиңһеҙ һуғыш яугирҙе ҡоростай сыныҡтыра. Беренсе танк армияһында рота командиры сифатында Берлинғаса барып етә ул. Биш тапҡыр яралана. Һуғыштан өлкән лейтенант дәрәжәһендә әйләнеп ҡайта. Ҡыйыу һуғышсы-командир II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм күп миҙалдар менән наградлана.
1946 йылда Зөлфәр Фазыл улы ВЛКСМ-дың Белорет район комитетында инструктор булып эшләй, шунан һуң Өфөләге балалар йорттарының береһендә директор вазифаһын башҡара.
Артабан ул ғүмерен журналистикаға, әҙәби ижадҡа һәм Яҙыусылар союзы аппаратында яуаплы эшкә бағышлай. 1947 йылдан ул "Совет Башҡортостаны" (хәҙерге "Башҡортостан") гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре була; 1950 йылдан — "Ленинсы" гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары; шунан 17 йыл — "Һәнәк" журналында яуаплы секретарь. Быларҙан һуң Зөлфәр Хисмәтуллин Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһына эшкә саҡырыла һәм ун йыл СССР Әҙәбиәт фондының Башҡортостан бүлеге директоры вазифаһын намыҫ менән башҡара.
Ярты ғүмерен ул әҙәбиәткә, айырым алғанда уның проза төрөнә бағышлай. Авторҙың беренсе китабы, "Тау шишмәһе" исемле хикәйәләр йыйынтығы булып, 1959 йылда донъя күрә. Бынан һуң аллы-артлы "Ауыл ситендәге өй", "Яңы күршеләр", "Әбейҙәр сыуағы", "Алмаш-тилмәш", "Шундай-шундай хәлдәр...", "Ҡунаҡта", "Мөхәббәт серҙәре" һәм башҡа китаптары сығып, үҙ уҡыусыһын таба. Уның әҫәрҙәре урыҫ, үзбәк, украин, сыуаш, тажик, азербайжан телдәренә тәржемә ителә. Һуғыш яралары тынғыһыҙ ижадсыға ирек бирмәй. 1983 йылда уның йөрәге тибеүҙән туҡтай. Әммә әҫәрҙәре һаман да яратып уҡыла, шуның менән яҙыусы мәңге хәтеребеҙҙә. Һеҙҙең иғтибарға танылған әҙиптең "Бәхәс" исемле юмористик хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.

Бәхәс
Юмористик хикәйә

Директор кабинетына ҡыйыуһыҙ ғына бер кеше килеп инде.
— Һаумыһығыҙ, — тине ул, кабинет уртаһына килеп еткәс, итәғәтле баш эйеп.
— Һаумы. Ниңә кабинет уртаһында бағана кеүек тораһың? Обходнойға ҡул ҡуйырғамы? Килтер!
— Обходной алманым әле, — тине Хәкимов. — Һеҙҙең турала заводта яман һүҙҙәр йөрөй. Эштән китер алдынан шул турала ҡолағығыҙға “тишергә” ингәйнем.
— Ниндәй яман һүҙҙәр ул? Һөйлә.
— Баш инженер һеҙҙе тракторҙы автомашинанан айыра алмаған шыр тиле, тине.
— Шыр тиле, тине? Һин нимә... Үҙең ишеттеңме?
— Үҙ ҡолағым менән ишеттем. Цех начальнигы яңы алынған станоктарҙы һеҙҙең бойороғоғоҙ буйынса беренсе цехҡа урынлаштырырға теләгәйне. Баш инженер, унда станоктар былай ҙа быуа быуырлыҡ, ти.
— Бәлки, минең турала башҡа кешеләр ҙә ғәйбәт һөйләйҙәрҙер? Белһәң әйт, тартынып торма. Миңә коллектив фекерен белергә кәрәк.
— База начальнигы һеҙҙе ҡомһоҙ тине. Әллә атаһынан ҡалған мал бар тип уйлай. Завод материалынан бушлай ике ҡатлы дача, гараж һалдыртты, етмәһә, төҙөлөш материалдарын уңға-һулға тарата, ти.
— Рәхмәт, Хәкимов, — тине директор, йомшара төшөп. — Мин уның шундай ярыҡ барабан икәнен белмәй инем. Вәт игелекһеҙ! Шул жуликты, яҡшы характеристика биреп, төрмәнән алып ҡалдым.
— Ярҙамсығыҙ һеҙҙең үҙегеҙҙе беренсе сортлы жулик, тине.
— Ни өсөн?
— Шефлыҡ иткән колхоздарға вагон-вагон төҙөлөш материалдары оҙата ла унан машина-машина ит, йомортҡа, май алып ҡайта, ти.
— Һм... — Директор, ҡәләм алып, блокнотына нимәлер яҙырға теләне. Ләкин ҡулының ситлеккә эләккән ҡошсоҡ кеүек ҡалтырауын шәйләп, кире урынына һалып ҡуйҙы. — Мин унан бындай этлек көтмәгәйнем. Элек эшләгән заводтан эйәртеп килтергән булғайным. Яңылышҡанмын икән. Тимер һепертке менән ҡыуасаҡмын ул ахмаҡты!
— Ә ул һеҙҙең өҫтөгөҙҙән яҙып бирәм тип йөрөй.
Быны ишеткәс, директорҙың тауышы ҡалтырана башланы.
— Минең күҙемде асҡаның өсөн рәхмәт. Хәкимов, һине юҡҡа эштән сығарғанмын икән. Белмәнем мин һине. Тағы нимә һөйләйҙәр? Ҡурҡма. Уларға әйтмәм.
— Күршегеҙ ҡатынығыҙға ошаҡ ташый. Егерме йыл эшләгән кешене ҡыуып, секретарь итеп һөйәркәһен алды, ти. Ә технолог һеҙҙең турала...
— Етте, етте, Хәкимов. Мин кемдәр менән эшләгәнемде аңланым хәҙер. Элек эшләгән заводта ла ошаҡсылар һырып алғайны. Бында ла соҡсоноп йөрөүселәр оялаған икән. Икенсе заводҡа күсереүҙәрен һорарға кәрәк. Ә һине ярҙамсы итеп алам. Һин барҙа ундай ғәйбәтселәр үрсей алмаясаҡ.
— Дөрөҫ эшләйһегеҙ, директор иптәш. Башығыҙҙы ашаясаҡтар бында. Тик һеҙ мине алып китмәгеҙ. Приказығыҙҙы ғына юҡҡа сығарығыҙ.
— Приказды мин күҙ алдығыҙҙа уҡ йыртып ташлайым. Бына күрҙегеҙме? — Директор, приказды йыртып, кәрзингә быраҡтырҙы. — Аш менән атҡанға таш менән атып булмай.
...Бер аҙҙан Хәкимов үҙенең иптәштәре эргәһендә ултыра ине.
— Бәхәсте отторҙоғоҙ, — тине ул, көләс йылмайып. — Директорҙы алмаштырам, тинемме? Ғариза яҙырға ултырҙы инде.


Вернуться назад