“Бер алманы бишкә бүләйек”10.07.2013
“Бер алманы бишкә бүләйек”"Минеңсә, Рәзил Вәлиев — Татарстандың бөгөнгө иң күренекле, иң данлыҡлы һәм атаҡлы шәхестәренең береһе. Татар әҙәбиәтендә Рәзил Вәлиевтең үҙ урыны күптән мәғлүм, күптән билдәле. Әҙәбиәттә ул — талантлы һәм әүҙем яҙыусы ғына түгел, сәйәси эшмәкәр ҙә. Бының өсөн беҙ уға һәр ваҡыт рәхмәт әйтергә тейешбеҙ!”
Татарстандың халыҡ яҙыусыһы Нурихан ФӘТТӘХ.

Таң йыры

Уңда юлдар, һулда юлдар...
Юлдарға кемдәр сығыр?
Таңда егет йырлап уҙһа,
Ҡыҙ күңеле нисек сыҙар?

Егет китер йыраҡтарға,
Эҙҙәрен ямғыр йыуыр.
Ҡыҙ, көн һайын силәк аҫып,
Ауыл башына сығыр.

— Көтмә, — тип үртәр
ҡыҙҙары, —
Уның күңеле сабыр.
Ямғыр түгел, күҙ йәштәре
Ҡыҙҙың иренен йыуыр.

Уңда юлдар, һулда юлдар...
Ҡайтмайса нисек сыҙар?
Таңда егет йырлап ҡайтыр,
Ҡыҙ йүгереп ҡаршы сығыр.

Бер алманы
бишкә бүләйек

Баҡсаларҙан былбыл ҡасһа,
Көҙҙәр тейә алмағасҡа,
Ҡайғы төшһә беҙҙең башҡа, —
Бер ҡайғыны бишкә, әй, бүләйек.

Ҡыш аҡлығы гөлгә күскән,
Алмағастар ҡояш эскән,
Күңелдәргә шатлыҡ күскән, —
Бер шатлыҡты бишкә, әй,
бүләйек.

Шатлыҡ килде, ҡайғы төштө...
Бәхеттер һуң кем өлөшө?
Бәхет булып алма беште, —
Бер алманы бишкә, әй, бүләйек.

Ватаным

Инде мин нисәнсе мәртәбә
Быуаттар китабын аҡтарҙым.
Күпме яу, һуғыштар арҡылы
Һин еңеп сыҡҡанһың, Ватаным.

Ҡушымта:
— Һеҙ ҡайһы халыҡтан? —
тиһәләр,
Батырҙар исемен атаным.
Батырҙар уттарға керҙеләр,
Тик иҫән булһын тип, Ватаным.

Илемдең хужаһы булғанға,
Мин ергә ныҡ баҫып атланым.
Кешеләр күтәрҙе Ватанды,
Кешене күтәрҙе Ватаным.
Ҡушымта:
Мин күрҙем, төндәрҙе таратып,
Донъяла алһыу таң атҡанын.
Яҡтыра, аллана ер йөҙө...
Таң булып нур һибә Ватаным.

Ҡушымта:
— Һеҙ ҡайһы халыҡтан? —
тиһәләр,
Батырҙар исемен атаным.
Батырҙар уттарға керҙеләр,
Тик иҫән булһын тип, Ватаным.

Ниңә, әсәй,
ниңә ҡартаяһың?

Ниңә, әсәй, ниңә ҡартаяһың, —
Уйлайһыңмы донъя афәтен?
Күсһен, әйҙә, беҙҙең йөрәктәргә
Бар уйҙарың, бөтөн хәсрәтең.

Ниңә, әсәй, ниңә ҡартаяһың? —
Донъя шундай матур сағында.
Күрәһеңме, ана, күҙҙәреңдә
Беҙҙең шатлыҡ, бәхет сағыла.

Ниңә, әсәй, ниңә ҡартаяһың,
Моңланаһың һаман, әй, ниңә?
Әй, һин, ҡартлыҡ, кермә
беҙҙең өйгә,
Әй, һин, ҡартлыҡ, теймә әсәйгә!

Иң яҡшы йондоҙ

Һин йыраҡта, әллә ҡайҙа
Бейектә инең.
Арабыҙға болот керҙе,
Йондоҙом минең.

Йондоҙ төҫлө күҙҙәрең...
Ниңә моңһоу йөҙҙәрең?
Күктә йондоҙ атылғанда,
Нисек түҙермен?

Ҡулдарымды күккә һуҙған
Ер улы инем.
Ә һин мәңге минең янға
Төшалмам, тинең.

Йондоҙ төҫлө күҙҙәрең...
Ниңә моңһоу йөҙҙәрең?
Күктә йондоҙ атылғанда,
Нисек түҙермен?

Күҙен ҡыҫа күпме йондоҙ...
Мин һаман яңғыҙ.
Миңә ҡарап яна күктә
Иң яҡты йондоҙ.

Йондоҙ төҫлө күҙҙәрең...
Ниңә моңһоу йөҙҙәрең?
Күктә йондоҙ атылғанда,
Нисек түҙермен?


Вернуться назад