Талҡаҫ буйы йәш сәсәндәрҙе йыйҙы09.07.2013
Талҡаҫ буйы йәш сәсәндәрҙе йыйҙыБынан 100 йыл элек Ырымбур мәҙрәсәһендә белем алған 22 йәшлек Мөхәмәтша Буранғолов Баймаҡ районында йәшәгән Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән халҡыбыҙҙың ғорурлығы булған “Урал батыр” эпосын яҙып ала. Бөгөн был әҫәр – иң аҫыл рухи ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе. 15 йыл рәттән мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелгән “Урал батыр”ҙы яттан һөйләүсе йәштәр бәйгеһенең быйыл тап Баймаҡ районында ойошторолоуы юҡҡа түгел, сөнки төбәктә эпостың эҙҙәрен һаҡлаған иҫтәлекле урындар бихисап, Ғәбит һәм Хәмит олатайҙарҙың вариҫтары боронғо традицияларҙы дауам итә, районда йәш сәсәндәр мәктәбе уңышлы эшләй.

Конкурста республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан 62 команда ҡатнашып, 262 бәйгесе үҙ көсөн һынаны. Һамар өлкәһенән дә вәкилдәр булыуы сараның әһәмиәте йылдан-йыл арта барыуын дәлилләй.
Килгән ҡунаҡтарҙы Сәсән тирмәләре ҡаршы алды. Ғәбит сәсәндең дүртенсе быуыны, һуғыш ветераны Йыһаннур Маннаповтың данлыҡлы олатаһы тураһында иҫтәлектәре барыһы өсөн дә фәһемле булды. Уның ейәне Айрат Маннапов Ғәбит сәсәндең шәжәрәһе менән таныштырып үтте. Киләһе тирмәлә Хәмит сәсәндең Талҡаҫ буйы йәш сәсәндәрҙе йыйҙыейәнсәре Сәлимә Әлмөхәмәтова (Хәсәнова) олатаһы хаҡында бик күп йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, Сәлимә Килдейәр ҡыҙы Хәмит сәсән исемен мәңгеләштереү буйынса ғәйәт ҙур эш алып бара. Йәш быуынға сәсәндәр аманатын еткереүҙә уның өлөшө сикһеҙ ҙур. Икенсе Этҡол ауылында йәшәүсе ейәне Искәндәр Хәсәнов, алты йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләй.
Йәмле Талҡаҫ буйы конкурсанттарҙың сағыу сығыштарынан, рух балҡышынан өс көн буйы гөрләп торҙо. Йәш сәсәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, һәүәҫкәр композитор Вилүр Мәүлетов менән осрашыу һәм райондағы данлы Буранбай ауылы уҡыусыларының дәртле сығыштары һәммәһенең күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Кистәрен дуҫлыҡ усағы янында үткән дискотекала күңел асты.
Бәйгеселәрҙең һәләтен, тырышлығын Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, билдәле сәсәниә Розалия Солтангәрәева, Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Ғәйнислам Ибраһимов һәм башҡа абруйлы кешеләр баһаланы. Конкурстың флагын күтәреү хоҡуғы былтырғы еңеүсе Инсаф Йәмилевкә бирелде.
Жюри ағзалары әйтеүенсә, ун биш йыллыҡ тарихы булған бәйге йылдан-йыл яҡшыра. Әгәр тәүге йылдарҙа эпосты тулыһынса бер-ике генә уҡыусы ятлаһа, Талҡаҫ буйы йәш сәсәндәрҙе йыйҙыбыйыл улар 12-гә еткән. Йәш сәсәндәр бәйгеһе мәшһүр эпостың тыуған төйәге булған Бөрйән районынан башланып, йыл һайын төрлө төбәктә дауам итә ине, киләһе йылдан Бөрйәндә генә уҙа башлаясаҡ. Был хаҡта ошо район вәкиле, бәйгене тәүге ойоштороусыларҙың береһе, район хакимиәтенең мәғариф бүлегендәге методика кабинеты мөдире Роза Ғүмәрова белдерҙе һәм Бөрйәндең хакимиәт башлығы Динир Әхмәтйәновтың мөрәжәғәтен жюри ағзаларына тапшырҙы. Әйткәндәй, быға балаларҙы бәйгегә әҙерләп алып килгән уҡытыусылар риза булманы, сөнки йыйында ҡатнашыусылар республикабыҙҙың төрлө төбәген күреү бәхетенән мәхрүм ҡала, Башҡортостандың тарихи һәм иҫтәлекле урындары менән таныша алмай.
Эпосты яттан һөйләү буйынса бәйгенең төп бүләген Ишембай ҡалаһындағы республика кадет мәктәп-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Ислам Төхфәтуллин яуланы.
— Конкурста өсөнсө йыл ҡатнашам. Туймазы районындағы бәйгелә — өсөнсө, былтыр икенсе урынды алғайным. Еңеүемә бик шатмын. Бигерәк тә уҡытыусым Фаягөл Әмирхановаға ҙур рәхмәтлемен, — тине ул.
Хәрбирҙәрсә етеҙ, башҡорт егеттәренә хас булғанса ҡыйыу, үҙ-үҙенә талапсан Ислам думбырала, ҡумыҙҙа бик оҫта уйнай. Эпосты тулыһынса ятлаған. Еңеүсегә шулай уҡ Башҡортостандың Азербайжан милли-мәҙәни үҙәге ағзаһы Аладдин Самедовтың бүләге — велосипед — тапшырылды. Уйлап ҡараһаң, ошондай уҡ призды башҡорт рухлы милләттәштәребеҙ ҙә әҙерләй ала бит.
Беренсе урынды Салауат ҡалаһынан Ынйы Абдуллина, Баймаҡ районынан Ғәлиә Ҡотләхмәтова, Салауат районынан Айҙар Ғәйнетдинов һәм Дыуан районынан Юлдаш Йомағужин яуланы. Баймаҡ районының Түбәнге Таһир мәктәбе уҡыусыһы Ғәлиә Ҡотләхмәтоваға район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов махсус бүләк тапшырҙы.
Таныштырыу сығышы буйынса беренсе урынды — Баймаҡ районы һәм Ишембай ҡалаһының кадет мәктәп-интернаты, икенселекте — Бөрйән һәм Федоровка уҡыусылары, өсөнсөлөктө Учалы, Илеш һәм Ишембай райондары уртаҡлашты. Викторина һөҙөмтәләре буйынса Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы Нурзилә Усмановаға тиңләшеүсе табылманы. Әйткәндәй, был ҡыҙ былтыр ҙа ошо турҙа еңеүсе булғайны.
Эпостан өҙөктө сәхнәләштереүҙә өсөнсө урынды Туймазы, Белорет ҡалалары һәм Дәүләкән районы балалары алһа, икенсене Сибай гимназия-интернаты, Федоровка районы, Сибай ҡалаһы, Ишембай һәм Баймаҡ районы командалары бүлеште. Беренсе урынға хаҡлы рәүештә әбйәлилдәр сыҡты. Һамар өлкәһенән килгән Эльвина Усмановаға һәм уны әҙерләгән уҡытыусы Мәфтуха Ибәтуллинаға махсус бүләк бирҙеләр. Майҙан тотҡандарға ЮНЕСКО-ның, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус приздары, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

фекерҙәр:

Розалия Солтангәрәева, баһалаусы:
— “Урал батыр” эпосы буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһенең бәләкәй генә юбилейы быйыл. 15 йыл эсендә бик күп яңы исемдәр астыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: конкурстың тәүге еңеүселәре, бөгөн ошо юлды һайлап, аспирантурала белемен арттыра, күптәре филология факультеттарында уҡый. Балалар “Урал батыр”ҙы һөйләй икән, тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәге бар, рухыбыҙ һүнмәгән, телебеҙ бөтмәйәсәк.
Ғәйнислам Ибраһимов,
баһалаусы:
— “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса ололар араһында ла ошондай бәйгеләр үткәрергә кәрәк. Рухыбыҙҙы нығытыусы, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына һөйөү һәм ғорурлыҡ тәрбиәләүсе сарала ошо балаларҙың олатай-өләсәйҙәре лә сығыш яһаһа, улар халҡыбыҙҙың аҫыл эпостарын киләсәк быуын күңеленә һеңдерә алыр ине. Быуындар сылбырын өҙмәй, уны теүәл алып барып еткереүҙә өләсәйҙәр мәктәбе элек-электән ҙур әһәмиәткә эйә булған.
Зилә Мостафина,
Бүздәк районынан уҡытыусы:
— Ойоштороу мәсьәләләре буйынса бер нисә тәҡдимем бар. Һәр команданы айырым бүлмәгә урынлаштырыу кәрәк, сөнки быйыл ошо мәсьәлә арҡаһында репетиция эшләп булманы. Алыҫ юлға уҡыусыларҙы бер генә уҡытыусы оҙатып йөрөй алмай, бындай ярыштарға һәр саҡ ике йәки өс өлкән кеше килә. Быйыл бер генә уҡытыусыға урын бүленде, ә ҡалғандары Иҫән ауылынан йәки ҡайҙандыр үҙенә урын табырға тейеш. Мәҫәлән, миңә “ГАЗель” автобусында йоҡларға тура килде. Республика күләмендә ярыш үтә икән, кемдәр өсөн ваҡ күренгән мәсьәләләр ҙә иғтибарға алынырға тейеш. Шулай уҡ һәр бәйгесегә таратылған папкаларҙа китаптарҙың теүәл булмауы аптыратты.
Гөлфирә Ғәлимова,
Асҡын районы:
— Ҡайһы бер бәйгеселәрҙең сәхнәләштереү турында фонограмма ярҙамында сығыш яһауы ғәжәпкә ҡалдырҙы. Үҙҙәренең тауышы менән түгел, ниндәйҙер йырсыға ҡушылып йырлаусылар ҙа булды. Шулай уҡ төньяҡ-көнбайыш райондар араһында айырым урындар билдәләү кәрәктер. Ни өсөн йылдар дауамында Асҡын, Баҡалы, Бүздәк, Балаҡатай, Яңауыл уҡыусылары бәйгелә ҡатнашҡан өсөн маҡтау ҡағыҙы менән генә ҡайтырға тейеш?
Әлфиә Ғәлләмова,
Сибай ҡалаһы:
— Оҙаҡ йылдар Балаҡатайҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләнем, шуға күрә төньяҡ райондарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының балаларҙы конкурсҡа нисек әҙерләүен яҡшы аңлайым. Татар телле, татарса фекер йөрөткән уҡыусыны сәхнәгә сығарып баҫтырып, башҡортса сығыш яһатыу батырлыҡҡа тиң! Шуға күрә урындар ҙа ғәҙел бүленергә тейеш.


Вернуться назад