Берҙәм эшләргә көс бирә09.07.2013
Данлыҡлы Исламбахты яғына барырға күптән хыяллана инем. Ниһайәт, юл төштө. Иң тәүҙә мәктәпкә инеп сығырға булдыҡ.

Беҙҙе уҡытыусы Зөлфиә Ғиләжева ҡаршы алды. Йыраҡтан уҡ балҡып, үҙенә саҡырып торған мәктәптең эске яғы ла күңелгә нур һибә. Һәр ерҙә — матурлыҡ, бөхтәлек. Стеналарға төшөрөлгән күҙҙәрҙең яуын алырлыҡ һүрәттәр Зөлфиә Ғиләжеваның бай күңелле рәссам икәнлеген күрһәтә. Беҙ быны мәктәптең музейына ингәс тә тойҙоҡ.
Ауылдың 300-400 йыллыҡ тарихы бар. Музейға иһә 1999 йылдан Башҡортостан мәҙәниәте һәм рәсем уҡытыусыһы булараҡ нәҡ әле беҙҙе ҡаршылаған Зөлфиә Фәнис ҡыҙы етәкселек итә. Бында экспонаттарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Ауылыңдың тарихын, үткәнен, бөгөнгөһөн белгең килһә, музейға ин, тиҙәр. Боронғо документтарҙың береһе — колхоздарға бирелгән дәүләт акты — һаҡлана, бик матур итеп эшләнгән Ҡасим Ғәниевтең шәжәрәһе урын алған.
Сигеүле ҡул эштәре, яҙыусы, журналист Йәүҙәт Ильясовтың китаптары бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Фойеның, коридорҙың, төрлө залдарҙың гөл баҡсаһын хәтерләтеүе коллективҡа берҙәм эшләргә илһам, көс бирәлер, моғайын. Фойела аквариум, ҡышҡы баҡса ла бар.
Ә инде мәктәптә балалар ижады кабинеты булдырыуҙары — үҙенсәлекле күренеш. Белем алып ҡына ҡалмай бында уҡыусылар, ихласлап ижад менән дә шөғөлләнә: һүрәт төшөрә, шиғыр яҙа, төрлө кейем тегә, ағасты һырлап үҙенсәлекле һындар эшләй.


Вернуться назад