Бөйөклөк09.07.2013
БөйөклөкБашҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа.

Тормош диңгеҙендә йөҙгән саҡта
Мәсет күрҙем диңгеҙ ярында.
Күңелемде унда сүп-сарҙарҙан
Таҙарттырҙым Хоҙай сарында.

Ошо ярҙа бергә осрашырға
Насип иткән беҙгә Хоҙайым.
Ҡалған ғүмеремде һинең менән
Йәшнәп-күкрәп бергә уҙайым.

Ярай әле һин бар был донъяла,
Һиңә тиңдәш ҡайҙа бар икән?
Һин Рәми, Мостайҙарға тиңдәш
Беҙҙең өсөн һуңғы Могикан.

Һин халҡыңдың үҙе кеүек ябай,
Ябайлыҡта икән бөйөклөк.
Беҙҙе һәр саҡ алға әйҙәп торор
Һин яулаған сағыу бейеклек.

Үҙе өсөн генә йәшәгәндәр
Халыҡтыҡы булмаҫ бер ҡасан!
Һин халыҡтың үҙе кеүек бөйөк,
Киләсәккә шундай сер асам.

Халҡы өсөн янып йәшәгәндәр
Был заманда ҡайҙа бар икән?
Һин бит, Бикбай, бөйөктәргә
тиңдәш
Беҙҙең өсөн һуңғы Могикан!

Бер ҡайтырбыҙ, дуҫҡай…

Ҡайтайыҡсы тыуған яғыбыҙға,
Күгәрсендәр көтә торғандыр…
Рәмил Йәнбәк.

Бөтәһе лә әле юғалмаған,
Юл һулышы әле йәндәрҙә.
Юлыбыҙҙың яҡты миҙгелдәрен
Юя алмаҫ киҫкен хәлдәр ҙә.

Үҙебеҙсә генә йырлаһаҡ та,
Йырланасаҡ йырҙар бергәлер.
Бөтәһен дә йырлап бөтәлмәбеҙ,
Йырланаһы ҡалыр кемгәлер.

Күргән саҡта толпар атыбыҙҙың
Тыуған яҡҡа ҡайтып китеүен,
Беҙ һиҙәбеҙ унда ҡыңғыраулы
Һәм тышаулы аттар көтөүен…

Онотолоп ҡайғы-һағыштарҙан,
Күгәрсендәр менән осҡанда,
Мәңгелектең талған елдәрендә
Беҙ күрербеҙ Хоҙай ҡушҡанды.

Ауылыбыҙҙың асыҡ тәҙрәләре
Уйсан күҙҙәр менән ҡаршылар.
Оло Эйек менән Буҙйылғала
Юл бирерҙәр беҙгә шаршылар…

Күгәрсендәр рухы көтә беҙҙе!
Күгәрсенһеҙ мин дә ялҡтым…
Беҙ ҡайтырбыҙ, дуҫҡай, тыуған яҡҡа
Илселәре булып халыҡтың.

Әсәйемә хат

Бик йыш ҡайтам, әсәй, бала саҡҡа,
Бер ояла булған саҡтарға.
Ул саҡтарҙа намыҫ, изгелекте
Юғалтманы хатта яттар ҙа.

Һуғыштан һуң тыуып үҫкәнгәме,
Ғүмер булды беҙгә ҡәҙерле,
Аттар менән бергә егелеп үҫтек,
Йәшәмәнек көтөп әҙерҙе…

Бөгөн кеше нимә икәнлеген
Белмәй йәшәй юҡлыҡ, аслыҡтың.
Мин илемә аслыҡ теләмәйем,
Намыҫы юҡ илдә Башлыҡтың.

Башы нисек — ҡойроғо ла шулай,
Шул ҡойроҡтоң мин дә бер ҡылы.
Тик мин унан өҙөлөп төшөп ҡалып
Елдәр менән осам был юлы.

Һин булғанда еңелерәк ине,
Ғүмерлерәк ине ышаныс.
Һинән башҡа күңел йыуатырлыҡ
Кәңәш биреүсе юҡ, ҡыҙғаныс.

Битарафлыҡ, рухи фәҡирлелек
Илде иңләп бөгөн ағыла…
Елдәр менән осоп йөрөгәнсе
Китәйемме әллә яныңа?..

Юлда

Ҡан, ут, ҡыйралыш Рәсәйҙең
Бөтә тарихи йөҙө…
Назар Нәжми.

Үткән кеүек энә күҙҙәренән,
Үтеп барам Бабич эҙҙәренән.
Йылайырҙы үткән саҡтарымда
Минең хәтер меңгә аҡтарыла.

Ошо юлда Бабич язаланған
Вәхшиҙәрҙең ҡылыс-ҡулдарынан.
Моабитҡа инеп барам кеүек
Фашистарҙың ҡанлы юлдарынан.

Көсһөҙлөктән сәсрәп китер булам,
Моабитта – Йәлил, бында –
Бабич…
Аҙмы улар хаҡлыҡ ҡорбандары –
Халҡыбыҙҙың ғәзиз уландары?!.

Иблис көсөктәре власта ла
Табылып тора – тыуа көрсөктәре…
Улар өсөн, ҡайҙа булһалар ҙа,
Асылып тора барлыҡ ишектәре.

Ил башлығы әгәр яуыз булһа
Васыят итер урынын яуызға…
Ярай әле Ер-Әсәбеҙ генә
Бер ҡасан да һуҡмай ауыҙға.
Ер ҡәһәре төшһөн яуызға!

Был ерҙәргә килгән саҡта

Бөрйән, Белорет, Учалы
Ағас өйлө, мунсалы…
Әллә ғашиҡ булдыңмы? тип
Шаярма әле, ҡуйсәле.

Был яҡтарға килгән саҡта
Иркенәйә тындарым.
Матурлыҡҡа һоҡланыуҙан
Зыңлай күңел ҡылдарым.

Юҡтан ғына килмешәктәр
Йәбешеп ятмай был ергә.
Уларҙан һуң ҡалмаҫ тимә
Ҡайғы-һағыш ғүмергә…

Беҙ үҙебеҙ еребеҙҙең
Тейеш ҡотон һаҡларға.
Килгән-киткән әҙәмдәрҙән
Тәбиғәтте яҡларға!

Шуның өсөн ҡанбабалар
Был ерҙәрҙе үҙ иткән.
Уралымдың бөркөттәрен
Илде һаҡлар күҙ иткән.

Улар илгә күҙ булыр ҙа,
Һаҡлаусыһы кем булыр?!
Яҡлаусыһыҙ башҡорт ере
Килмешәк менән тулыр,
Шунан инде… һуң булыр.


Вернуться назад