Туғанлыҡ берҙәмлекте нығыта06.07.2013
Туғанлыҡ берҙәмлекте нығытаТөркиәнең Болу ҡалаһында ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының 20 йыллығына арналған төрки донъяһы шағирҙарының Ебәк юлы шиғриәт кисәләре дауам итә.
Ошо сараларҙа ҡатнашҡан ҡаҙаҡ аҡындары вәкиле Алмагөл Жугинисова билдәләүенсә, танылған башҡорт мәғрифәтсеһе, Миәкә районында тыуып үҫкән Мифтахетдин Аҡмулла үҙенең эшмәкәрлеге менән халыҡтарыбыҙ, илдәребеҙ араһындағы туғанлыҡ мөнәсәбәттәренә ныҡлы нигеҙ һалған.
Болу ҡалаһы шағирҙарҙың маршрутына төрки донъяһында киң билдәле халыҡ йырсыһы-импровизатор Кероглуның тыуған ере булараҡ инде. Алмагөлдөң ижадын бында ла алҡышлап ҡабул иттеләр. Уның сығышы Ебәк юлы халыҡтарының мәҙәни һәм тарихи берҙәмлегенә арналды. Алмагөл — Экибастуз ҡалаһындағы “Атамура” мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе. Туғандаш халыҡтар араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү халыҡ-ара тыныслыҡҡа һәм татыулыҡҡа булышлыҡ итә, тип инана ҡыҙ.
— Элегерәк башҡорттар менән ҡаҙаҡтар тығыҙ аралашҡан. Хәҙерге Көнбайыш Ҡаҙағстанда, Урал һәм Аҡтүбәлә ойошторолған айтыстарҙа ҡатнашҡан билдәле башҡорт аҡыны Аҡмулланың эшмәкәрлеге — быға сағыу дәлил, — ти Алмагөл Жугинисова. — Беҙҙең яҡтарҙа уны хөрмәт менән иҫкә алалар. Илдәребеҙҙең, ныҡлы тамырҙарға таянып, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен тергеҙеүенә шатмын.
Айтыс — ике аҡындың әйтеше рәүешендәге йыр-импровизация. Ул шиғриәт, музыка, драма, башҡарыу оҫталығы кеүек үҙенсәлектәрҙән тора. Ике аҡындың оҫталығы һыналған ярышта аҡыл һәм һәләт ҙур әһәмиәткә эйә. Еңеүсене халыҡ һайлай.
— Ҡаҙағстанда мәҙәниәттең был йүнәлешен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Республика, район бәйгеләре ойошторола, балалар ижады дәртләндерелә, — ти Алмагөл Жугинисова. — Мәҫәлән, әле мин ойошторған балалар ижады төркөмөнә 8-10 йәшлектәр йөрөй, аҡындарҙың йәш быуыны үҫеп килә.
Болу ҡалаһындағы шиғриәт кисәләре — ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһына нигеҙ һалыныуҙың 20 йыллығына арналған сараларҙың икенсе этабы. Унда Рәсәй төбәктәре, шул иҫәптән Башҡортостан менән Татарстан әүҙем ҡатнаша. Артабан шағирҙар ҡатнашлығындағы кисәләр Бөйөк Ебәк юлының башҡа ҡалаларына — Анкара, Караман, Эскишехиргә күсеп, Истанбулда тамамланасаҡ. Башҡортостандан уларҙа шағирә Тамара Юлдашева ҡатнаша. Форумда Рәсәйҙе өс төбәк республикалары — Башҡортостан, Татарстан һәм Ҡабарҙа-Балҡар танытасаҡ.


Вернуться назад