Хеҙмәттәшлекте нығытыуға булышлыҡ итә05.07.2013
Хеҙмәттәшлекте нығытыуға булышлыҡ итәБашҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты башланғысы менән 29 июндән 8 июлгә тиклем “Европа театраль диалогы” тигән берлектәге халыҡ-ара проект тормошҡа ашырыла.
Унда Республика урыҫ академия драма театры һәм Германия Федератив Республикаһының “Өфө — Бодензее дуҫлыҡ күпере”, “Полиция ярҙам күрһәтә” йәмәғәт ойошмалары, Оффенбургтың “Baal Nova” театры ҡатнаша. Өфө театры Баден-Вюртембергтың Фридрихсхафен, Оффенбург һәм Карлсруэ ҡалаларында “Зәңгәр камея” мюзиклын тәҡдим итәсәк.
Проектта ҡатнашыусылар һәм театр коллективы ошо рәүешле 2002 йылдың 2 июлендә Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәттә һәләк булғандарҙың ата-әсәләренә, туғандарына һәм яҡындарына ихлас ярҙам күрһәткәне, 11 йыл дауамындағы йылы осрашыуҙар, ныҡлы һәм тоғро дуҫлыҡ өсөн Бодензее төбәге, Баден-Вюртемберг ере халҡына республикабыҙ исеменән тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдерергә теләй.
Халыҡ-ара театраль проектты Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та, Баден-Вюртемберг ере Премьер-министры Винфрид Кречманн да хупланы. Республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, һәләк булғандарҙың ата-әсәләре һәм туғандары төбәктәр етәкселегенә ихлас рәхмәтле.


Вернуться назад