Тоҡандырып йөрәк утын03.07.2013
Татлы емештәрен мул биреп, рух күтәренкелеге тыуҙырған, бормалы шиғриәт юлында башҡа берәүҙе лә ҡабатламаған, үҙенсәлекле шағир Тойғон бар. Ул, ихлас йөрәк аһәңе менән үҙ һуҡмағын ярып, халҡыбыҙҙың күңел түрендә үҙ урынын күптән алған. Рухиәтебеҙ һағында ҙур яуаплылыҡ тойоп, ғәҙеллектә бөйөклөктө раҫлауы, кешеләрҙе уяулыҡҡа, изгелеккә әйҙәүе менән хаҡлы ул.
Тоҡандырыу кәрәк йөрәк утын –
Данколарға мохтаж был заман.
Салауаты булған ғәййәр халыҡҡа
Быҫҡып йәшәү әле бик яман,
– тип туған халҡының яҙмышы өсөн әсенеп тә, хәүефләнеп тә яҙа Тойғон. Шағир был шиғри юлдарында мең мәртәбә хаҡлылыр. Халҡыбыҙға, телебеҙгә, ер-һыуыбыҙға килгән бөгөнгө афәт-ҡазаны күреп, юғары гражданлыҡ тойғоһо, күңел һыҙланыуҙары аша тыуған юлдар уҡыусыны тыуған ил, заман алдында яуаплылыҡ хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Ошо юлда ныҡлы гражданлыҡ позицияһын алға ҡуйған Тойғондоң көр тауышы ишетелә:
Шуға ла ул яуға күтәрелгән
Ҡалмаҫ өсөн ерҙә йорт-илһеҙ.
Азатлыҡты ант-фатиха иткән
Улдары бар халыҡ үлемһеҙ!

Күптән түгел ҡулыма шағирҙың 2011 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан “Мөхәббәттән донъя ҡотайыр” исемле шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы килеп ингәс, һағынып көткән дуҫымды осратҡандай шатландым. Был китап кеҫәгә генә һалып йөрөтмәле бәләкәй форматта булыуы менән дә уңайлы. Уны ҡасан теләйһең, шул ваҡытта алып уҡырға була.
Илһөйәр шағирҙың уйҙары ил ғәмендә. Бөгөнгө тормош хәлдәре уны битараф ҡалдырмай, халҡыбыҙҙың күңеле һағында торған әҙипте ер, ил, тел яҙмышы тетрәндерә.
“Хәнйәр менән соҡоп күп яҙылған
Ҡарғыш һүҙе Урал ташына” –
Халҡым йырындағы ошо һүҙҙәр
Уйға һалғаны бар йыш ҡына.

Уның хис һәм фекер үҫеше тынғыһыҙ эҙләнеүҙәре, йөрәк ярһыуҙары булып тыуа, күңеле – донъя ғәмендә.
Халҡым хәле үтмәҫ тауар кеүек,
Хоҙайҙыңмы шулай әмере?
Әйберҙәрҙең хаҡы артҡан һайын,
Осһоҙлана кеше ғүмере…

Авторҙың тыуған төйәгенә, уның кешеләренә йылы мөнәсәбәте шиғырҙарына изге орлоҡ булып төшә. Ихлас шиғриәте бөгөнгө йәш быуынды ата-бабаларыбыҙҙың данлы эшенә лайыҡ булырға өндәй.
Хәнйәр таҡҡан егет өсөн үлем
Өҫтөн булған ҡурҡып ҡасыуҙан.
…Ә мин дә бит намыҫһыҙҙы күрһәм,
Билде ҡапшап ҡуям асыуҙан.

Йыйынтыҡтағы “Һаңғырауҙар баҙары” поэмаһында әҙип халҡыбыҙға СССР-ҙы тарҡалыуға килтергән кире һөҙөмтәләр хаҡында уйлана, милләттәрҙе дуҫ булып, туғандарса аралашып йәшәргә саҡыра, уҡыусыға бөгөнгө әсе хәҡиҡәтте асып бирә.
Бөйөк Рәсәй… Рәсәй – бөйөк баҙар…
Күпме барыр былай ҡаңғырыу?
Бер-береһен байҙар аңлай ҙа бит,
Күпселеге илдең – һаңғырау…

Бөгөнгө замандың һәм мәңгелектең аҫыл ҡиммәттәрен һыйҙырған кинәйәле фәлсәфә был йыйынтыҡты ҡулына алғандарҙы битараф ҡалдырмаясаҡ.
Әҙәбиәтебеҙҙә, уҡыусы күңелендә киң танылыу алған Тойғон шиғриәте туғандаш республикалар ижадсылары тарафынан да юғары баһалана. Уның ижады тураһында Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ркаил Зәйҙулла бына нимә ти: “Иң мөһиме – уның үҙ йөҙө бар, үҙ төҫө, үҙ хистәре, үҙ алымдары. Уны башҡалар менән бутап булмай. Һалмаҡ, яйлап, һәр һүҙен үлсәп һөйләүсе олпат, шул уҡ ваҡытта самими шағир күҙ алдына килә”.
Әле Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе вазифаһында булып, был ауыр ҙа, яуаплы ла эште уңышлы башҡарған Риф Тойғоновҡа Башҡортостандың милли мәҙәниәтен үҫтереү, халыҡтар дуҫлығын һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу өсөн дә ғәйәт күп көс һалырға тура килгәнлеге аңлашыла. Был эш менән генә сикләнмәй, ижад диңгеҙендә лә киң ҡолас менән йөҙгән шағир юғарыла телгә алынған китабында:
Милләтемдең халыҡ шағиры түгел,
Хаҡ шағиры ғына булайым!
– тип яҙа.
Әҙәбиәтте һөйөүселәр менән яҡындан аралашып, шиғриәттә янып-көйөп йәшәгән әҙибебеҙҙе халыҡ ысындан да хаҡлы үҙ шағиры, хаҡ шағиры итеп таный. Ижадсы өсөн бынан да оло баһаның булыуы мөмкин түгел.

Илеш районы, Иштирәк ауылы.


Вернуться назад