Ниһайәт, башҡортса башватҡыс03.07.2013
Илдар Ғәбитовтың "Башҡортса башватҡыстар" китабы ҡулыма килеп эләгеп, йөкмәткеһе менән танышып сыҡҡас, мәктәптә эшләгән йылдарым иҫкә төштө. Их, ошо башватҡыстар ниңә элегерәк, мин уҡытҡан саҡтарҙа булманы икән, сәғәттәр буйы кроссворд төҙөп ултырмаҫ инем, тип уйланым. Ана, урыҫтарҙа кроссворд китаптары бар, ә ниңә беҙҙә юҡ, тигән уй башҡа килә торғайны.
Ысынлап та, әҙәбиәт, тел дәрестәрен мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн кроссвордтар сисеү алымын ҡулланыу уҡытыусыларға ныҡ ярҙам итә, дәрестәр ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үтә, балаларҙы әүҙемләштерә. Уҡыусыларымды бер нисә төркөмгә бүлеп, үҙҙәренең девизын, оранын булдырып, биш минут ваҡытты башватҡыс сисеүгә бағышлайым. Ижади эштәрҙең уҡыусының аң кимәлен үҫтереүгә ярҙам итеүен иҫәпкә алып, дәрес аҙағында үҙҙәренә өйгә эш итеп кроссворд төҙөргә ҡушам.
Бына ни өсөн Илдар Ғәбитовтың оло хеҙмәт һалынған башватҡыстар китабын тулҡынланып ҡулға алдым. Әлбиттә, был китапҡа авторҙың бөтә сканворд-кроссвордтары инмәгән. Уның төрлө темаға төҙөлгән, мауыҡтырғыс башватҡыстары бихисап, гәзит-журнал биттәрендә даими баҫыла. Мин улар менән танышып барам, хатта, әйтер инем, гәзиттең яңы һаны ҡулыма килеп эләгеү менән иң башта башватҡысҡа иғтибар итәм. Күреп йөрөйөм, күпселек сәмле кроссвордсылар гәзитте алыу менән, уны уҡыуҙан алда башватҡыстарҙы сисергә тотона. Илдар Ғәбитовтың ижады кроссворд сисергә яратыусыларҙың ошо ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүе менән туған телдә сыҡҡан баҫмаларҙы ныҡ популярлаштыра, тип әйтер инем. Айырыуса юлда йөрөгәндә, транспорт көткәндә кешеләр гәзит-журналдарҙы кроссвордтары өсөн ала. Был юҡҡа түгел, башватҡыстар уйларға өйрәтә, фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, интеллектты арттыра.
Илдар Ғәбитов башватҡыстары ла нәҡ ошо маҡсатта хеҙмәт итә. Үҙебеҙҙең сәнғәтте, әҙәбиәтте, мәҙәниәт әһелдәрен, тормош-көнкүрешен сағылдырған башватҡыстар йыйынтығының донъя күреүе — барыбыҙ өсөн һөйөнөслө күренеш. Минең теләгем: ҡалған башватҡыстарын да (уның төрлө формалары күп бит) тиҙерәк китап итеп сығарһын. Ижадсыбыҙға ошо йүнәлештә тағы ла әүҙемерәк эшләргә, яңынан-яңы кроссвордтар менән беҙҙе ҡыуандырырға яҙһын.