Ижадында — милли рух02.07.2013
Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәшит Зәйнетдиновты республикала башҡорт халҡының милли йөҙөн билдәләүселәрҙең береһе тип әйтә алабыҙ. Ул билдәле рәссам Г. Калитов менән берлектә “Ер рухы” тигән полотно яһаны. Әҫәр Башҡорт дәүләт университетының төп бинаһында — дүртенсе ҡатта ҡуйылған, унда халҡыбыҙҙың күренекле тарихи шәхестәренән бер төркөм һүрәтләнгән. Араларында бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла, шағир Шәйехзада Бабич, ғалим һәм дәүләт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди, яҙыусылар Мәжит Ғафури, Дауыт Юлтый, Һәҙиә Дәүләтшина, шағирҙар Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов һәм башҡалар бар. Барыһы ла — үҙ халҡының тормошонда, мәҙәниәт өлкәһендә тәрән эҙ ҡалдырған арҙаҡлы шәхестәр. Улар милләтебеҙҙең дөйөм бер йөҙө, Ер-әсәбеҙҙең изге рухы тип ҡабул ителә һәм яңы быуындарға көс-ҡеүәт, рух ныҡлығы өҫтәп торғандай.
Рәшит Сәйфетдин улы тап ошо полотноны ижад иткәндән һуң рәссам булараҡ билдәлелек яуланы, хеҙмәт емеше лә, абруйлы күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, юғары баһа алды. Ике автор ҙа республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Рәшит Зәйнетдиновҡа “Башҡортостандың халыҡ рәссамы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Ҡылҡәләм оҫтаһының әҫәрҙәре 1972 йылдан башлап республика ҡалалары, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан күргәҙмәләрен яуланы. Бына ошондай абруйлы исемдәр алғанға тиклем Рәшит Сәйфетдин улы оҙон, еңел булмаған тормош юлы үткән. Рәссам йыр-моңға бай, йәмле тәбиғәте менән дан тотҡан Ғафури районының Яңы Ҡауарҙы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Бик йәшләй етем ҡала, атаһы һуғышта һәләк була. Етенсе класты тамамлағас, Рәшит ауылдан сығып китә, 1953 йылда Салауат ҡалаһына барып, 1-се һөнәрселек училищеһына урынлаша. Бында ул токарь һөнәрен үҙләштерә һәм 1955 йылға ҡәҙәр нефть химияһы комбинатында эшләй. Ошонан уны хәрби хеҙмәткә алалар, Алыҫ Көнсығышҡа эләгә.
Бер ваҡыт йәш һалдат ҡыҙыл мөйөштө үҙенсәлекле итеп биҙәп ҡуя, уның эшен шунда уҡ күреп ҡалалар, хуплау һүҙҙәре әйтәләр. Был йәш һалдаттың йөрәгенә май булып яғыла. Хеҙмәтен тултырғас, егет Ҡазанға уҡырға барырға йүнәлтмә ала, ләкин хыялын ситкәрәк ҡуйып торорға тура килә, сөнки ярҙам итерлек кешеләре булмай.
Шулай ҙа Хоҙай уға мәрхәмәтле — Өфөлә йәшәүсе ағаһы, билдәле яҙыусы Әнүр Вахитов ярҙам ҡулы һуҙа. Ул Рәшитте Өфө сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт бүлегенә уҡырға саҡыра.
Уҡыу йортон Рәшит Сәйфетдин улы уңышлы тамамлай. “Ауыл төҙөүселәре” картинаһы уның диплом эше лә, киң сәнғәт донъяһына алып сығыусы әҫәре лә була. 1973 йылда өмөтлө рәссам әле яңы асылған Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға саҡырыла. Уны 1978 йылда тамамлай, эшселәр тормошона арналған “Трассовиктар. 720 километр” тигән диплом эше менән сығыш яһай. Рәшит Зәйнетдиновтың был картинаһының да яҙмышы бәхетле була, ул, республика, Бөтә Рәсәй күргәҙмәләренә ҡуйылып, яҡшы баһа ала һәм Рәсәй Художество фонды тарафынан һатып алына.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында Рәшит Зәйнетдинов Г. Калитов менән бергә ижад иткән “Йондоҙлоҡ” тип исемләнгән триптихы бар. Башҡортостандың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы 2005 йылда бүләк иткән уны театрға. Киң форматтағы полотнола ла рәссамдар тарафынан Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булған бер нисә быуын артистар, рәссамдар, драматургтар, музыканттар, режиссерҙар һынландырыла. “Ер рухы” әҫәрендәге кеүек үк, “Йондоҙлоҡ”та ла тематик киңлек, башҡорт халҡының милли сәнғәтенә ҙур өлөш индергән талантлы шәхестәребеҙ менән ғорурланыу тойғолары өҫтөнлөк итә.
Рәшит Сәйфетдин улы ижади хеҙмәттәрен Өфө сәнғәт академияһында студенттарға белем биреү һәм әүҙем йәмәғәт эштәре менән бергә алып бара. Бының өсөн ул ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Ҡылҡәләм оҫтаһы оҙаҡ йылдар Башҡортостан рәссамдары берлегенең идара рәйесе булды, Республика художество фондының баш рәссамы вазифаһын үтәне. Ул — Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультеты кафедраһын ойоштороусы һәм етәкләүсе, студенттарға оҫтаханалар асыу, уҡыу шарттарын яҡшыртыу өсөн күп көс түккән кеше лә. Уҡыу йортона халҡыбыҙҙың мәшһүр композиторы Заһир Исмәғилевтең исемен бирҙереү өсөн ҙур тырышлыҡ һалды. Арҙаҡлы рәссам 1994 йылдан һынлы сәнғәт факультеты деканы.
Рәшит Зәйнетдиновтың уҡыусылары, танылған рәссамдар булып, Рәсәй, хатта донъя әһәмиәтендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Араларында халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булғандары ла бар.

Чехия, Брно ҡалаһы.


Вернуться назад