Рухиәтебеҙҙе байыта02.07.2013
Рухиәтебеҙҙе байытаИлеш районында йәшәгән Зәлифә Кашапова – ижадта, шиғриәттә ярайһы уҡ ҙур тәжрибә туплаған педагог. Халҡының яҙмышы, рухиәте, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары, әкиәт-легендалары ҡыҙыҡһындыра уны. Шиғри шәлкемдәре республика гәзит-журналдарында даими баҫыла. “Изге аманат” – Зәлифәнең балаларға тәғәйенләп яҙған тәүге китабы. Ә балалар өсөн ижад итә алыу – иң ҙур бәхет, минеңсә.
Китаптағы “Баш бүре” риүәйәте башҡорт милләте атамаһының тарихына арналған. “Башҡорт” исеменең барлыҡҡа килеүе хаҡында өс-дүрт фараз йәшәй, Зәлифә Кашапова уларҙың иң асығын, иң аңлайышлыһын һайлаған. Баш бүре бәләгә тарыған кешеләрҙе ожмахтай төбәккә алып килә, улар ошонда, йәннәттәй урында, төпләнә, тормош ҡора. “Ап-аҡ инә бүре” юлы – кешеләргә изгелек күрһәтеү, хәстәрлек һәм имен тормош ҡороу юлы. Был хәҡиҡәт бөгөнгә лә ишара. Әле лә бит башҡорт – Баш бүре – күпме мохтаж кешегә йәшәп китеү, донъя ҡороу өсөн оло терәк булып ҡала.
“Баш бүре” һәм “Өс батыр” риүәйәттәренең сюжет һыҙығы ябай, аңлайышлы. “Аҡ һаҡаллы өлкән бабай”, “Ҡартатай” күп нәмәне аңлатып бирә, байтаҡ сер аса уҡыусыларға. Автор рухиәтебеҙҙе байытып, халҡыбыҙҙың аҫыл хазиналарын өйрәнергә һәм һаҡларға саҡыра. Әҫәрҙәргә һалынған идея һәр яҡлап матур сағыштырыуҙар, образдар менән асылған.
Китапта ғаиләгә, мәктәп һәм уҡыусылар тормошона, туған тәбиғәткә, йыл миҙгелдәренә арналған шиғырҙар байтаҡ ҡына. Улар беҙҙе уратып алған мөхиткә иғтибарлы ҡараш һалырға үтенеп торғандай. Шулай уҡ бер-береңә, ата-әсәгә, туғандарға ҡарата хөрмәт, шәфҡәтлелек хистәре лә тәрбиәләй.
Зәлифә Кашапованың “Изге аманат” китабы, һис шикһеҙ, балаларға матур күстәнәс булып, күңелдәренә хуш килер, уларҙың рухиәтен байытыр, тигән өмөттәбеҙ.


Вернуться назад