Балаларға байрам булды29.06.2013
Балаларға байрам булдыРеспублика Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең халыҡ артисы Константин Хабенский һәм билдәле режиссер, сценарист, продюсер Тимур Бекмәмбәтов менән осрашты. Рәсәйҙә билдәлелек яулаған был ике шәхес республикаға эш сәфәре менән килгән. Константин Хабенский баш ҡалала “Оперение-2013” Бөтөн Рәсәй фестивален үткәрә. Тимур Бекмәмбәтов иһә “Елки-3” таҫмаһын төшөрөргә килгән. “Оперение-2013” фестивалендә ҡатнашыусы балалар ошо фильмдың массовкаһында төшөп өлгөргән. Рөстәм Зәки улы фестивалде ойоштороусыларға бындай ҡыҙыҡлы сараны үткәреү өсөн тап Өфөнө һайлауҙарына рәхмәт әйтте.
— Һеҙ кәрәкле эш менән шөғөлләнәһегеҙ. Эшмәкәрлегегеҙҙе лә йылдан-йыл киңерәк йәйелдерәһегеҙ. Быйыл мөмкинлеге сикләнгән балаларҙы йәлеп итеүегеҙ ҙә ҙур әһәмиәткә эйә, – тине республика етәксеһе.
Константин Хабенский иһә Президенттың һүҙҙәренә:
— Ижадта бер ниндәй ҙә сикләүҙәр булырға тейеш түгел, – тип яуапланы. — Фестиваль сағыу һәм һөҙөмтәле үтте. Балаларға билдәле режиссерҙың фильмында кадрға эләгеү ҙур байрам булды.
Константин Хабенский ойошторған ижад студияһы Өфөләге 49-сы мәктәп базаһында эшләй. Осрашыуҙа баш ҡала балалары өсөн айырым студия асыу тураһында һүҙ барҙы. Әле Хабенскийҙың мәктәбенә 70-тән ашыу бала йөрөй.


Вернуться назад