Түҙ, уҡыусым...
Түҙ, уҡыусым, төҫһөҙ, көсһөҙ
Шиғырҙарҙың күплегенә.
Һәр аҙымда — "шиғырсылар",
Кәмер, тиһәм, үрсей генә.
Булған Туҡайҙар, Бабичтар...
Ысын шағирлыҡ —
яҙмыштыр ул!
Күптәр шиғыр яҙа бөгөн
Һүҙгә биҙәк йәбештереп.
Яһалмалыҡ, ялғанлыҡ хас
Моңланыу һәм зарҙарына.
Биҙәп, шиғыр сығаралар
Фани донъя баҙарына.
Уҡыйым тиһәң, ҡәләме юҡ —
Халтураға юлыҡтыра.
Ҡаршы торор әмәлем юҡ,
Һүҙ бутҡаһы сығып тора.
Мөхәрриргә әйтер һүҙем:
Мине Шиғыр ҡыҙыҡтыра!
Хоҙай ғына бирһен түҙем,
Йоҙроҡтарым ҡысып тора...
Нурлы йортта
Ауылыбыҙҙа нурлы йорт бар,
Ғаилә — бәхет сорнауында.
Бәрәкәт бар күктән төшкән
Алтын нурҙар сыңлауында.
Бер тиң парҙар йортон йәйғор
Нуры менән балҡышлаған.
Сафлыҡ ҡойған хислеләрҙе
Фәрештәләр алҡышлаған.
Йәшәү тәмен тоя белгән
Наҙлы һөйөү — һирәктәрҙә.
Йәшәү йәме — хеҙмәт һөйгән
Шатлыҡ тулы йөрәктәрҙә.
Барыбыҙға тигеҙ, уртаҡ
Бер үк һауа, бер үк ҡояш.
...Ауылыбыҙҙа нурлы йорт бар, —
Берәү генә, шуныһы оят.
Уйла, кешем!
Түрәне донъя байлығы,
Һары шайтан аҙҙыра.
Ҡулына хәмер тоттороп,
Тигеҙ юлдан яҙҙыра.
Шунлыҡтан заман түрәһен
Кеше тип атап булмай.
Хоҙай ҡорған донъяларҙа
Түрәһеҙ йәшәп булмай.
Элеккеләр әрнеп әйткән:
"Балыҡ башынан серей".
Илеңдә тәртип булмаһа,
Бәлә алдыңдан йөрөй.
Хатта министрҙар урлай,
Бутай дәүләт кеҫәһен.
Уйлан, кешем, илебеҙгә
Ниндәй бәлә төшәһен!
Йәшәй инем
(Хыялый уй)Йәшәп ятам йәшен йәшнәтеп,
Теләгәнем алға килеп тора.
Яҡ-яғыма теҙелешкән ҡолдар,
Теләгемде улар белеп тора.
Үҙем йәшмен,
үҙем шундай ҡыйыу,
Мөхәббәтем килде үҙе алға.
Хаҡ Тәғәләм мине улы иткән,
Дан-дәрәжәм йөрөй,
һүҙем алдан...
Бына шундай ине минең тормош,
Йәшәй инем дәртле
йырҙар йырлап,
Һәм кинәттән... Төшмө?
Айнып киттем,
Ултырамын төрлө уйҙар уйлап.
Хәмер эсеп, хыял ҡанатында,
Ай-һай, күпкә китте
төшләнеүҙәр.
Айныҡ саҡта татлы
хыялдарҙың
Буш икәнен беләм, минме йүләр?
Ә шулай ҙа теләп күп төшләнем,
Хыялдарым алға килер һымаҡ.
Уянам да... яҙмыш үҙгәрмәгән:
Күҙ алдымда — эңер, күкһел томан...
Дүртөйлө ҡалаһы.