Йылмайып-көлөп кенә28.06.2013
Ҡатыны иренә:
— Һиңә кейәүгә сыҡҡанда һуҡыр һәм һаңғырау булғанмын!
— Бына, күрәһеңме, мин һине ниндәй сирҙәрҙән дауаланым.

* * *

— Этем шул тиклем ҡурҡаҡ: ишек шаҡыһалар, шунда уҡ карауат аҫтына йәшенә.
— Бәй, йәшенһә ни?
— Һуң унда икәүләшеп һыймайбыҙ бит...

* * *

Ҡыҙ:
— Һин мине оҙатаһыңмы?
Егет:
— Әлбиттә. Ҡарашым менән...

* * *

Ҡатыны иренә:
— Һинең өсөн мин — икенсе урында. Беренсе урында — футбол!
— Юҡ, ҡәҙерлем, икенсе урында — хоккей. Ә беренселә, ысынлап та, футбол.

* * *

— Ҡыҙым, биш тәрилкә килтер әле!
— Нимәгә ул тиклем?
— Миңә атайың менән һөйләшеп алырға кәрәк.

* * *

Әсәһе ҡыҙына:
— Ирҙе аҡыл менән һайларға кәрәк. Бына һинең атайың машинаны ла, электр аппараттарын да, сантехника ҡорамалдарын да, мебелде лә йүнәтә. Әгәр ирең уның кеүек булһа, һин бер ваҡытта ла яңы әйбер күрмәйәсәкһең.

* * *

Таксист миллионерҙы тәғәйен ергә алып бара. Уныһы таксометр буйынса иҫәпләшә.
— Кисә улығыҙ миңә 100 доллар түләгәйне, — ти таксист, байҙың сәменә тейергә теләп.
— Ә һеҙ сағыштырмағыҙ: уның атаһы — миллионер, ә мин — етем.

* * *

Бер ҡыҙ әхирәтенә һөйләй:
— Беләһеңме, һуңғы ваҡытта ирҙәргә талабым бөтөнләй үҙгәрҙе. Иң мөһиме — ул йомарт, яғымлы, аҡыллы булһын. Нисек уйлайһың, "Газпром"да ундайҙар бармы икән?


Вернуться назад