“Кот хин кот” йыры
Йылайыр ауылында концерт бара. Конферансье:
– Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға – “Кот хин кот” йыры, – тип иғлан итә.
Залдағылар, аптырашып, шыбырлаша башлай. Алып барыусы: “Был нәмә булды әле?” тип уйлай ҙа сәхнә артында юғала.
Шул саҡ йырсының “Көт һин, көт, иркәм, мине…” – тип йырлағаны ишетелә. Баҡтиһәң, конферансьеның тексы, компьютерҙа башҡорт шрифты булмағанлыҡтан, урыҫ хәрефтәре менән йыйылған икән.
“Әбейгә бар”
Хәйбулла районында була был хәл. Һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыуған Рауил ҡарт, сирләп киткәс, участка дауаханаһына бара. Врачҡа, ул ерем ауырта, был ерем йонсота, тип туҡтауһыҙ зарлана икән.
– Олатай, әбей-һәбейҙәргә барманыңмы әле?
– Ҡайҙан?! Ауырта бит…
Шунан алып ул яҡтарҙа ҡарттар, ауырыйым тиһә, “әбейҙәргә бар”, тип шаяртып кәңәш бирәләр.
“Һайғауы һирәк”
Элегерәк Баймаҡ районында булған хәл. Совхозда кассир булып эшләгән мәрйәне ҡалаға бер машинаға ултыртып ебәргәндәр. Водитель үҙенең дуҫы менән булған.
Юл буйы был икәү, үҙ-ара башҡортса һөйләшеп, теге мәрйәнән көлөп килә икән. Шофер:
– Был бумалабаш аңлап ҡуймаһын, һайғауы һирәк түгелме икән? – тип тә ҡуя. Шул саҡ теге ҡатын сатнатып башҡортса яуаплай:
– Һайғауым һирәк, төшөп китмәгеҙ!
Ике ир телен тешләй.
“Быуаҙ машина”
Ҡышҡы селлә. Иртәнсәк йомош менән Баймаҡҡа сығырға кәрәк. Иптәшем машинаны, ҡабыҙа алмай аҙапланғансы тип, кискеһен йылы фермаға индереп ҡуйҙы.
Быны күреп ҡалған йор һүҙле Әхмәҙулла: “Нимә, машинаңдың елене еткәнме әллә?” – тип көлә икән.
“Беременный”
Бер ирҙе ваҡытлыса баҫыу ҡарауылсыһы итеп эшкә алғандар. Ул күрше Этҡол ауылының малдарын игенгә төшмәһен тип бикләп ҡуйған. Этҡолдар тегене тотоп туҡмай башлаған. “Ҡустылар, теймәгеҙ миңә! Мин беременный. Ебәрегеҙ!” – ти икән ҡарауылсы. Тегеләре аптырашып туҡтап ҡалған. Баҡһаң, ул “временный” тип әйтмәксе булған.
Баймаҡ районы,
Ниғәмәт ауылы.