Әҙиптәр хаҡында мәҙәктәр28.06.2013
Спектаклдән һуң…


(Күптән түгел арабыҙҙан киткән күренекле драматург, халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевты хөрмәт менән иҫкә алып).

Салауат дәүләт башҡорт драма театрында Нәжиб Асанбаевтың “Сейәлетау” драмаһын сәхнәләштергәндәр икән. Премьеранан һуң авторҙы сәхнәгә саҡырып йылы ҡотлағандар, яңы ижади уңыштар теләгәндәр. Тамашасылар дәррәү ҡул сапҡан.
Ошо хөрмәтләүҙән һуң Нәжиб Асанбаевты яҙыусылар, драматургтар, журналистар ҙа тәбрикләгән. Шунда Нәжиб Вилдан улы:
– Йә, нисек, спектакль оҡшанымы? – тип һораған. Ҡәләмдәштәре уның ҡулын ҡыҫҡан да:
– Нормально, Нәжиб ағай, нормально! – тип яуап биргән. Ә драма авторы етди төҫ менән:
– Эй, шул һүҙҙе! Яратмайым “нормально” тигәнде, – тигән.

Ҡыҙыл күлдәк


Күмертау ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе сатира-юмор оҫтаһы Закир Аҡбәров китап уҡыусылар менән осрашыуҙарға, юбилей кисәләренә барғанда гел ҡыҙыл күлдәк кейә икән. Ҡәләмдәш яҙыусылар быға иғтибар итеп:
– Закир Насир улы, ниңә һин осрашыуҙарға барғанда тотаһың да шул бер ҡыҙыл күлдәгеңде кейәһең? – тип һораған. – Галстугың ғына ҡыҙыл булһа, килешлерәк күренер ине бит.
– Юҡ, улай түгел, – тигән юморист. – Мине ҡыҙыл күлдәк ҡотҡара.
– Ҡыҙыҡ икән. Әләйһә уның ниндәйҙер сере барҙыр? Бәлки, шул серҙе әйтеп бирерһең?
Яҙыусы йылмайған да:
– Әйтәм, ниңә әйтмәй, ти, әйтәм. Уның сере бер генә: сибәр ҡатындар, яңы китабым менән ҡотлап, үбеп алһа, сикәне ең менән һөртәһең – эҙе ҡалмай, – тигән.

“Элек гонорар шәп ине…”


Рәшит Сабит ғүмер буйы Өфөлә йәшәп, “Кызыл таң” гәзитендә журналист, “Китап” нәшриәтендә — мөхәррир, Башҡортостан Яҙыусылар союзында идара рәйесенең татар телле яҙыусылар бүлеге өсөн яуаплы урынбаҫары булып эшләне. Шул уҡ ваҡытта, прозаик һәм шағир булараҡ, тиҫтәнән ашыу китап яҙҙы.
Әҙип үҙенең тыуған ауылы Яңғыҙҡайынға ҡайтып йәшәргә ҡарар итә. Ҡәләмдәштәре унан:
– Ни өсөн һине ауыл ҡапыл ғына тартты әле? – тип һораған. Яҙыусы:
– Бөйөк Ватан һуғышында ике яугир ауылдашым Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды һәм икеһе лә иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, шунда йәшәне. Мин ошо исемлекте тулыландырырға булдым, – тип яуап бирә.
– Ярай, шулай ҙа булһын, – тип йөпләй әҙиптәр. – Ә ҡайҙа йәшәргә уйлайһың?
Яҙыусы, мөһабәт кирбес йортҡа күрһәтеп:
– Бына, ошо йортта. Ярай әле Совет осоронда гонорарға шуны төҙөтөп өлгөргәйнем, – ти.

Юбиляр


Бер яҙыусының юбилейына арналған ижад кисәһе булып үткән. Ҡәләмдәшен әҙиптәр, ауылдаштары, китап уҡыусылар йылы ҡотлаған, йырсылар уның бер шиғырына яҙылған йырҙы ла башҡарған. Ҡыҫҡаһы, юбилей кисәләрендәгесә, маҡтау күп булған. Икенсе көндө юбилярҙы урамда осратҡандар. Әммә ул һаулыҡ та алмай үтеп киткән…

“Һаҫыҡ күл” түгел


Балалар өсөн юмористик шиғырҙар яҙыу оҫтаһы Рәшит Заһиҙуллиндың тыуған ауылында ығы-зығы ҡуба: ауылға инер алдынан “Һаҫыҡ күл ауылы” тип яҙып ҡуйғандар икән. Тарих уҡытыусыһы быға ҡырҡа ҡаршы төшә:
– Беҙҙең ауыл Иҙел йылғаһының иҫке үҙәнендә урынлашҡан, шуға йыш ҡына яҙғы ташҡын ваҡытында ауылды һәм яландарҙы һыу баҫа, һөҙөмтәлә һаҙлыҡ барлыҡҡа килә. Шуға бәйләп ата-бабабыҙ ауылға “Һаҙ күле” тип исем биргән.
– Эйе, – тип хуплай күптәр, – “Һаҫыҡ күл” тип, ауылыбыҙҙы хурламайыҡ!
Шулай шаулашҡан ваҡытта Стәрлетамаҡта йәшәгән шағир Рәшит Заһиҙуллин ҡайтып төшә. Унан үҙ фекерен әйтеүҙе һорайҙар. Әҙип түргә үтә лә:
– Ә һеҙ ауылды “Һаҙ күле” тип тә, “Һаҫыҡ күл” тип тә түгел, ә “Рәшит Заһиҙи күле” тип кенә йөрөтөгөҙ, — ти.


Вернуться назад