Ҡала ҡунағы28.06.2013
Мостафаны ҡалала йәшәүсе Муса бажаһы гел ҡунаҡҡа саҡырып тора, әммә ауыл кешеһе нисек ҡунаҡҡа йөрөй алһын инде. Иртән етелә тороп һыйырҙы көтөүгә ҡыуаһы бар, унан эшкә бараһы, кисен бәрәңге баҡсаһында колорадо ҡуңыҙы көтөп ултыра. Ҡыҫҡаһы, йәйен ҡунаҡ ҡайғыһы түгел. Көҙөн иһә емештәр йыяһы, бәрәңге алаһы, баланы мәктәпкә оҙатаһы, ҡышын — юл ғазабы. Ҡыҫҡаһы, Мостафа һис кенә лә ҡалаға барырға форсат тапманы. Был һиңә ҡала фатиры түгел, ишегеңде бикләп сығып китеп булмай.
— Үҙегеҙ килегеҙ, — тине ул Мусаға, — йәйге ваҡыт, йәмле ваҡыт, санаторий кеүек бит беҙҙә.
Ашығыбыраҡ әйткән ине ул был һүҙҙәрҙе, ҡатыны еңелсә орошоп та алды үҙен.
— Ҡасан әҙерләнәм? Бер аҙна кәрәк бит бешеренергә, төшөрөнөргә.
Мостафа үҙе лә ҡунаҡтарҙы был ҡәҙәр тиҙ килеп сығырҙар тип уйламаған ине шул. Ә тегеләр икенсе көндө үк иномаркаға ике балаһын ултыртып килеп тә төштө.
Ҡатыны уңған шул Мостафаның, ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната торғандарҙан. Ҡунаҡтар килә тигәс көн йоҡламаны, төн йоҡламаны, әллә ниҙәр бешереп ташланы. Ҡунаҡтар алдына билмән, манты, ҡабарып торған бәлеш, тауыҡ һурпаһы ҡуйылды, колбаса, сырын, печеньеһын, компотын әйткән дә юҡ.
Ҡунаҡтар ләззәтләнә-ләззәтләнә сикәләрен ҡабартып, күҙҙәрен йомоп, биттәрен ҡыҙартып туйынды. Килеүҙәренә бер сәғәт булманы, мантыларҙан, билмәндәрҙән ҡорһаҡтар әйләнеп сығып, тын алыуҙары ауырлашты. Шарап баштарҙы әйләндереп, күңелдәрҙе йомшартты, илап та, йырлап та алдылар, бер-береһен маҡтап туя алманылар.
Ҡунаҡтар икенсе көндө төш ваҡытында ғына уянды. Бажа килә тип Мостафа өс көнлөк ял алған ине. Уларҙы мунса керетте, тәмле тары табикмәге, күмәс һәм ҡыҫтыбый менән һыйланы. Барыһы ла баҡсаға сыҡты, унда ҡарағат, алма еҫе менән аралашып, шашлыҡ еҫе танауҙарҙы ҡытыҡлай ине. Шашлыҡ ашалды, мунса керелде, күстәнәскә ике ҡапсыҡ бәрәңге, 10 пар мунса миндеге бирелде.
Мостафаның ҡатыны юлға тип тауыҡ боттары, бәлеш киҫәктәре тыҡты, варенье бирҙе. "Юлға тип өҫтәлдәге бар ризыҡты тейәмәҫкә лә була ине, — тип уйланы Мостафа, — иномарка менән ҡайттылар, китер алдынан ныҡлап туйындылар, неужели сәғәт ярымда ҡарындары асыр икән?"
Унан был уйы өсөн оялып та ҡуйҙы. Бажа көн дә ҡайтмай бит. Үҙҙәре нимә булһа ла бешереп ашарҙар әле.
— Беҙгә ҡалаға ҡунаҡҡа килмәһәгеҙ, икенсе ҡайтмайбыҙ, — тип "ҡурҡытты" Муса Мостафаны. — Сәләм дә бирмәйбеҙ.
Был тиклем ҡурҡытҡас, улар ҡуҙғалырға булды. Ҡалаға ҡәҙәр 300 саҡрым юл ине, иртән сыҡһалар ҙа, автобустан троллейбусҡа, унан трамвайға күсеп ултыра торғас, көн кискә ауышты, ниңәлер бажа ла иномаркаһы менән ҡаршы алырға ашыҡманы. Һигеҙенсе ҡатта йәшәгән Мусаларға килеп кергәндә центнер ярымлы Мостафаның аслыҡтан күҙ алдары ҡараңғылана башлаған ине инде.
Әммә, ни ғәжәп, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алған бажаның ҡатыны табын артына саҡырманы, улай ғына ла түгел, табыны ла юҡ ине.
— Муса ҡайтһын да бергә ултырырбыҙ, — тине ул. — Бына, альбом ҡарай тороғоҙ.
Альбомды алған булдылар, әммә күҙҙәре бер ни күрмәне. Ә хужабикә кухняла һөйләнде лә һөйләнде. Икмәккә хаҡ артты бит, кәбеҫтәнекен дә күтәреп ҡуйғандар, бәрәңгенең килоһы — 100 һум...
Быларҙың килерен белгән булһа ла, бажа киске туғыҙҙарҙа ғына ҡайтып керҙе, эш сәғәте алтыла бөтә ине.
Хужабикә Мостафа алдына сынаяҡ ҙурлығындағы тәрилкәгә дүрт ҡалаҡлыҡ һурпа ҡойҙо. Һурпа эсендә ике бәләкәй киҫәк бәрәңге, биш-алты туҡмас йөҙөп йөрөй ине. Мостафа быларҙың барыһын да бер күтәреүҙә эсеп ҡуйҙы. "Райпо ашханаһында өс ҡалаҡ һурпа һалалар, быларҙа бер ҡалаҡҡа күберәк икән", тип уйлап алды ул.
Икенсегә сәй сынаяҡтарына бер йомортҡа, ярты телем колбаса, аҙ ғына сыр һәм йәшел үлән һалып килтерҙеләр. Икмәк телеме иһә шул ҡәҙәре йоҡа булып, үтә күренә ине, тотҡас уҡ һынып төштө.
Ашау шуның менән тамам булды ахыры, ярты стакан алма компотын иҫәпләмәгәндә. Уның ҡарауы әллә араҡы күп булды, әллә ас ҡорһаҡҡа бик тиҙ иҫертте, Мостафа төн уртаһында ҡорһағы асып уянды, ҡатынын уятмаҫҡа тырышып, уның сумкаһын аҡтарҙы, сөнки балаларға тигән печенье булырға тейеш ине, шуның бер нисәһен ҡапты, "иртәгә ике икмәк алып керергә кәрәк" тип мығырҙана-мығырҙана йоҡлап китте ул.
Икенсе көн йәкшәмбе булһа ла, хужа кеше матур кейенеп эшкә тип сығып киткән ине, хужабикә сәй яһап икмәк өҫтөнә ике сыр киҫәге ҡуйып бирҙе. Тамаҡ ялғап алғас, тәүлек эсендә шаҡтай һулыған ҡунаҡ:
— Ярай, беҙ ҡайтайыҡ инде, мал-тыуар ҙа бар, — тип хужабикәнән бигерәк ҡатынына ҡарап өндәште. Тиҙ-тиҙ генә әҙерләнделәр ҙә сығып киттеләр. Ә хужабикәнең йөҙө асылды. Уларҙы ишектән сыҡмай ғына, йәнәшәләге лифтҡа ҡәҙәр оҙатып ҡалды, "тағын килегеҙ", тигән булды.
Инде быларҙың ҡалаға күптән ҡунаҡҡа барғаны юҡ, аяҡ та тартмай, ваҡыттары ла тығыҙ.
Борай районы.


Вернуться назад