Аҡыл һандығы28.06.2013
* Партияға инереңдән алда сығырыңды уйла.
* Серһеҙ хәбәрҙең ҡыҙығы булмай.
* Яңғыҙ бала ысын яратыуҙы белмәй үҫә.
* Даһиҙар үлемһеҙ булһа, ахмаҡтар оҙағыраҡ йәшәй.
* Аяҡ ҡысыһа, сабата тырнамайҙар.
* Түшәктә ятҡан абынмаҫ.
* Бушҡа өргән бер эткә йөҙ эт ҡушыла.
* Машина йөрөтөүселәргә тәрән фекер йөрөтөү еңелдән түгел.
* Ҡысҡырып әйткәнде ишетәләр, шым әйткәнде тыңлайҙар.
* Төплө фекер төпкә ултыртмаҫ.
* Наҙан манарала ла аҙан әйтә алмаҫ.
* Манаранан әйтелгән һәр һүҙ аҙан булмаҫ.
* Сәғәтте күсереп кенә ваҡытты үҙгәртеп булмай.
* Бысағын йыш үткерләгән ирҙең ҡатыны йыуаш була.
* Башҡаларҙы бәхетле итәм тигәнгә генә бәхет килә.
* Көнсөллөк көсһөҙлөктән килә.


Вернуться назад