Янам әле (шаян йыр)28.06.2013
Май айында өҙәм әле
Бүләк өсөн сәскәләр.
Ожмахтарҙа йөҙөр инем,
Һөйәм, тиеп әйтһәләр.

Ал сәскәләр яланда ла,
Күк сәскәләр яланда.
Йәшлегемдең юҡ сиктәре –
Һөйәм әле һаман да.

Һиңә сәскә бүләк итеп,
Уттарға һалам әле.
Һиңә ҡапҡан ялҡындарҙа
Үҙем дә янам әле.

Ал сәскәләр яланда ла,
Күк сәскәләр яланда.
Йәшлегемдең юҡ сиктәре –
Һөйәм әле һаман да.

Мағаш тауына күтәрҙе
“Һөйәм” тигән һүҙҙәрең.
Шатлыҡ һыймай йөрәгемә,
Күҙ йәше түгеүҙәрем…

Ал сәскәләр яланда ла,
Күк сәскәләр яланда.
Йәшлегемдең юҡ сиктәре –
Һөйәм әле һаман да.


Вернуться назад