Гәзиттәребеҙ ҡайҙа?28.06.2013
Республикабыҙҙа сыҡҡан баҫмаларҙы башҡа төбәктәрҙә лә алдырып, яратып уҡығандарын яҡшы беләбеҙ. "Башҡортостан" гәзитенә ҡушымта рәүешендә айына бер тапҡыр сығып килгән "Аҡмулла"ла ғына ла байтаҡ ҡыҙыҡлы, фәһем алырлыҡ, күңелгә ятырлыҡ мәҡәләләрҙе, сатирик шиғыр-хикәйәләрҙе уҡырға була.
Әммә ҡушымтаны Яңы йылдан һуң бөтөнләй күрмәнем, килгәне юҡ. Ошо турала белер өсөн Өфөгә барғас, "Башҡортостан" гәзите редакцияһына инеп һораштым. Унда ыңғай яуап ишетергә тура килде, "Аҡмулла" ҡушымтаһы ай һайын сығып килеүен әйттеләр. Быйыл бер генә һанын да ҡулыма алып ҡарамағанлыҡтан, бик аптыраным, кемдәрҙеңдер тарафынан алданыу тойғоһо кисереп, редакциянан сыҡтым.
Ҡайтышлай Стәрлетамаҡ ҡалаһында был турала асыҡ белдем: баҡтиһәң, беҙҙең гәзит-журналдарыбыҙ таратылмайынса, райондарға ебәрелмәйенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почта келәттәрендә өйөлөп ята. Башҡа почта бүлексәләрендә лә шул уҡ хәлдер, тип уйларға ҡала. Үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа беҙгә башҡорт баҫмаларын уҡытырға теләмәүселәр пәйҙә булып, уның кеүектәргә юл киң асыла ҡалһа, был ҡайҙа алып барыр һуң, тигән уй ҙа тыуа. Республикала башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларҙы ниндәйҙер сәбәп арҡаһында уҡый алмау — бик аяныслы хәл.
Ауылға ҡайтҡас, аҙнаһына биш тапҡыр сыға торған "Башҡортостан" гәзитенең миңә килгән дүрт һанын алып үҙебеҙҙең ауыл почтаһына барҙым. Бында ла "беҙгә күпме бирһәләр, шуның бөтәһен дә халыҡҡа таратабыҙ" тигән яуап алырға тура килде. Ауыл халҡының юҡ ҡына эш хаҡынан, аҙ-маҙ пенсия аҡсаһынан арттырып, гәзит-журналға яҙылып та, уҡый алмауы ҡыҙғаныс бит. Халыҡтың, башҡорт телендә сығарылған баҫмаларға дәррәү яҙылаһы урынға, уларға ышанысын тамам юғалтып ҡуйыуы ла ихтимал. Бындай күренешкә яуапһыҙ ҡалмаҫҡа кәрәк, сөнки республикабыҙҙа сығарылған милли матбуғатты киосктарҙа, хатта почта бүлексәләренең үҙҙәренән дә эҙләп табырлыҡ түгел. Уның ҡарауы, шул уҡ урындарҙа "һоро" баҫмалар тулып ята. Улай ғына ла түгел, күпме күҙ һалһам да, китапханаларҙан башҡа бер ерҙә лә — район хакимиәтендә тиһеңме, башҡа шундайыраҡ урында булһынмы — башҡорт телендәге гәзит-журналды осратҡаным юҡ.
Стәрлетамаҡ почтаһындағы кеүек хәлде элегерәк тә ишеткеләй торғайным, әммә ул саҡта, имеш, редакция үҙе сығармай, тигән хәбәр менән ҡотола торғайнылар. Ләкин "беҙ ҡапсыҡта ятмай" тигән һүҙ бик дөрөҫ. Ошо хәл тураһында тейешле органдарға еткереп, мәсьәләне яйға һалыу тураһында уйларға кәрәк. Почта ташыусыларға әйтер һүҙем шул: элек-электән был хеҙмәт халыҡтың оло ышанысын яулап, һәйбәт эшләп килде, өмөттәрҙе өҙмәне. Уларға бөгөнгө етешһеҙлектәрен бөтөрөп, халыҡ менән бергә ҡалыуҙарын теләр инем.
Стәрлебаш районы.


Вернуться назад