Урын буш тора бит...28.06.2013
Ойошмала сираттағы кәңәшмә бара. Бер аҙналыҡ эшкә йомғаҡ яһалып, киләһендә шуны яҡтыртырға, быны яҙырға кәрәк тигәнерәк һөйләшеү булғас, мөхәррир хеҙмәттәштәренә бер талай ҡарап алды. Унан:
– Иптәштәр, Лоҡман Ғаяновты барығыҙ ҙа яҡшы белә, быға тиклем беҙҙә эшләп тә киткәйне, ул ҡабаттан килә, – тине лә, һеҙ ни әйтерһегеҙ тигәндәй, урынбаҫарҙарға күҙ ҡарашын борҙо.
Тын ғына ултырған бүлмә йәнләнеп китте. Ғәҙәттә, хәбәрселәрҙең яҙмалары менән иң тәүҙә улар таныша. Кемдең даланы нисек? Өтөр-нөктәләрҙе хөрмәт итәме-итмәйме? Башта беренсе “зам” телгә килде:
– Ул яҙыша белмәй бит, яҙған әйберҙәрен төҙәткеләй-төҙәткеләй эт арманһыҙы булаһың...
Унан икенсеһе үҙенең фекерен еткерҙе:
– Һөйләмдәре эт эсәге кеүек оҙон, башынан аҙағына тиклем һөрлөгә-һөрлөгә саҡ уҡып сығаһың.
Хатта бер табаҡтан ашап-эсеп тигәндәй йөрөгән йән дуҫы Ғосман да нимәлер өндәшмәй ҡалыуҙы яҙыҡ булыр тип уйланы, ахырыһы.
– Эшкә ғүмер буйы һуңлап йөрөй, – тине ул, былай ҙа ҡыҫыҡ күҙҙәрен селт-селт йомоп. – Әйләнгән һайын больничныйҙа.
Элекке хеҙмәттәшен берәү ҙә маҡтарға ашыҡманы. Етәксе барыһына “йә һайрап бөттөгөҙмө?” тигәндәй ҡарап алды ла йәнә һүҙ башланы:
– Иптәштәр, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ: беҙҙә бер урын Ғаянов киткәндән бирле буш тора. Тикшереү-фәлән килһә, ни эшләп улай, штатығыҙҙы ҡыҫҡартырға кәрәк, бушҡа ҡаҙна аҡсаһын имеп ятаһығыҙ, тип әллә ниндәй бәлә яғырҙар. Ғаяновтың кәүҙәһен үҙегеҙ беләһегеҙ бит: ыздарауай, көслө. Ҡайһы ваҡыт әйбер ташырға ла кеше таба алмай хитланабыҙ. Байрамдарҙа өҫтәл тирәһен ҡараштырырға, сығып урам һеперергә булһа ла берәү кәрәк.
Етәксегә ҡаршы һүҙ әйтеүсе булманы.
Бөгөн бәғзе берәүҙәр урынына бүкән ултыртып ҡуйһаң да әллә ни үҙгәреш тойолмаҫ ине…


Вернуться назад