Ипле, ҡупшы ғына был апай редакциябыҙға йыш килә. Ул — билдәле шағирә, яҙыусы Фәниә апай Чанышева – ғалим, яҙыусы, шағир һәм журналист Ғилемдар Рамазановтың һөйөклө ҡатыны. Ошо көндәрҙә күренекле шәхестең тыуыуына 90 йыл тулды. Форсаттан файҙаланып, Фәниә апайҙан олуғ ғалимдың ниндәй кеше, ғаилә башлығы һәм атай булғанлығы хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
Башҡорт дәүләт университетының (ул саҡта Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты) башҡорт әҙәбиәте факультетында уҡып йөрөгәндә таныша улар. Башлыса ҡыҙҙарҙан торған курста фронттан ҡайтҡан егеттәр уҡыуы, әлбиттә, ҙур мәртәбә. Ғилемдар Рамазанов, Хәким Ғиләжев, Рифҡәт Мәхмүтовтар менән бергә белем алыу бәхете тейә ул осор йәштәренә.
Ғилемдар ярҙамсыллығы, яҡшылығы менән тиҙ арала үҙ кешегә әйләнә.
— Бер-беребеҙгә тәү күреүҙән донъябыҙҙы онотоп ғашиҡ булдыҡ тип әйтә алмайым. Тәүҙә уның менән серҙәштәр инек. Ул миңә үҙенең яратҡан ҡыҙы тураһында һөйләй торғайны, хатта һыуынған араларын йылытырға ла тырышып йөрөнөм. Әммә башҡа егеттәр менән дуҫлашҡанымды бер ҙә оҡшатманы Ғилемдар ағайығыҙ. Уларҙы ситкә ебәрергә, минән биҙҙерергә тырыша торғайны, — тип башланы Фәниә апай хәтирәһен.
Хистәре тураһында аңлашҡас, йәштәргә айырылып торорға тура килә. Уҡыу йортон тамамлаған Ғилемдарҙы Бөрө институтына, ә Фәниәне Ҡыйғы районының Абзай урта мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Шулай ҙа аралар һыуынмай, йәштәр даими хат алышып тора. Бер йыл эшләп алғас, егет ҡыҙҙың ауылына килеп төшә.
— Минең быйыл мотлаҡ үтәлергә тейеш ике планым бар, — ти ул. — Береһе – өйләнеү, икенсеһе – Мәскәүгә аспирантураға уҡырға инеү. Икеһен дә һуңлатырға ярамай, улар бер-береһенә ҡамасауламаҫ. Киреһенсә, терәк-таяныс булыр.
Йәштәр өйләнешә, тик даими рәүештә бергә йәшәү форсаты ғына булмай. Ғилемдар Йыһандар улы Мәскәүҙә аспирантурала уҡый. Йыл ярымдан ҡыҙҙары тыуа. Шарттар бик яҡшы булмаһа ла, ғаилә башлығы ҡатыны менән балаһын үҙе янына күсереп алып китә. Бындай тормош йәш иргә үтә ауырға тура килә. Уҡырға ла, ғаиләһен ҡарарға ла кәрәк була бит. Ғилемдарға ауыр булғанын аңлап, уның ғилми эшенә ҡамасауламаҫ өсөн Фәниә, үҙенең тыуған яғына ҡайтып, уны көтөргә ҡарар итә. Аҙаҡ ире әйләнеп ҡайтҡас та, Өфөлә оҙаҡ фатир эҙләйҙәр. Алты йыл кеше тупһаһында йәшәйҙәр. Әммә тормош ауырлыҡтары йәштәрҙе һындырмай, киреһенсә, араны нығыта ғына.
Ғилемдар Рамазановтың тормошонда һуғыш әһәмиәтле урын биләй. Яу яланында ике тапҡыр контузия ала. Йәрәхәте эҙһеҙ үтмәй, ҡулдарының көсөн кәметә. Әммә яугир үҙ тормошонда әллә нисә һау кешенән артығыраҡ эш башҡарып өлгөрә. Уның 50-ләп китабы донъя күрә, башта кандидатлыҡ, аҙаҡ докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. "Башҡортостан" гәзитендә ике йыл самаһы баш мөхәррир булып та эшләп ала Ғилемдар Рамазанов. Һәр саҡ кеше йәнле була, ҡулынан килгәнсә бөтәһенә лә ярҙам итергә тырыша.
— Үҙен артыҡ борсоған, аямаған өсөн дә донъянан иртәрәк киткәндер ул, моғайын. "Ниңә ул тиклем үҙеңде бөтөрәһең", – тип әйтеүемә яуап итеп: "Имгәнеберәк булһа ла, һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайттым. Тиҫтерҙәрем 18 йәшендә яу яланында ятып ҡалды. Ә мин ҡайттым, алдыма ҡуйған маҡсаттарға өлгәштем, ғаиләм, балаларым бар, дауамым бар", — ти торғайны, — тип хәтерләй бөгөн Фәниә апай.
Ошондай шәхес менән бергә 43 йыл йәшәй Фәниә Чанышева. Яҙыусының беҙҙең аранан китеүенә 20 йыл үтеп барһа ла, тормош иптәше уны бер көнгә лә онотмай. "Бөтә кешегә ҡарата ла ифрат мәрхәмәтле булды. Юғары Советҡа депутат итеп һайланғайны, кемдәр генә мөрәжәғәт итмәне уға. Бер саҡ ишек төбөндә ҡарсыҡ пәйҙә булды. "Бында кешегә фатир бирҙерә ала торған яҙыусы йәшәй тип ишеткәйнем. Мин шуға килдем", — ти. Апай, ул бит яҙыусы ғына, фатир алып бирә алмаҫ, тип әйтеп бөтөп тә өлгөрмәнем, яҙышып ултырған еренән Ғилемдар килеп сыҡты ла һораша башланы. Баҡтиһәң, улы ла, ире лә һуғышта ятып ҡалған, әбейҙең торорға урыны юҡ икән. Тырышлыҡтар аша ул ҡатынға фатир алып бирергә ярҙам итте. Ошондай хәлдәр бик күп булды", — ти Фәниә апай.
Ғилемдар Рамазановҡа яҙыша башлағандар ҙа йыш мөрәжәғәт итә. Әҫәрен уҡып сығып, баһа һәм кәңәш биреүен һораусылар бихисап була. Әҙип һәр береһе тураһында ыңғай фекер әйтә. "Ғилемдар, һин бөтә кешене лә маҡтайһың, шулай буламы ни?" — тип әйтеүҙәренә: "Мин ижад осҡоно булған кешелә өмөт сатҡыһы уятыуҙы маҡсат итеп ҡуям. Ә тәнҡитләүселәр минән башҡа ла табылыр", — тип яуаплар була.
Ошо тиклем кешелеклелеге, һәр кемдең ҡайғыһын үҙенеке кеүек ҡабул итеүе, бар нәмә өсөн яуаплылыҡ тойоуы уны йөрәк сиренә һабыштырғандыр, бәлки. Сирләп киткәс, табиптар ҡатынын саҡырып алып, диагнозын әйтә: хәле хөрт, күп булһа йыл-йыл ярым йәшәр. Фәниә апай ире янында дауаханала 80 тәүлек була. Бәхеткә күрә, табиптарҙың фаразы раҫланмай, был диагноздан һуң Ғилемдар Рамазанов тағы 13 йыл йәшәй.
— Иҫ китмәле түҙемле, ирҙәргә хас сабыр булды ул. Бер ҡасан ыңғырашманы, ғаиләгә ауырлыҡ килтерергә тырышманы, – ти яугир әҙиптең хәләл ефете. – Бөтә һынауҙарҙы ла тауыш-тынһыҙ үткәрҙе. Ниндәй генә хәлдә лә, үҙен ысын ирҙәрсә тотто. "Шөкөр, оҙаҡ йәшәнем, үкенерлек түгел, маҡсаттарымды тормошҡа ашырҙым", — тип ҡабатлай торғайны.
Матур кеше үҙе тураһында яҡшы иҫтәлектәр генә ҡалдыра. Балаларына мәрхәмәтле атай, ҡатынына тоғро иптәш була ул. Бала саҡтан ижад менән дуҫ булған Фәниә Чанышеваны һәр саҡ үҙе менән йөрөтөргә тырыша, бергәләп ижад йорттарына баралар. Туғандары өсөн дә өлгө, таяныс һәм терәк була Ғилемдар Йыһандар улы, сөнки атаһы һуғышта башын һала. Йәш сағындағы вәғәҙәһен шулай үтәй. Ә хәл былай була: Дәүләкән педагогия училищеһында уҡып йөрөгән еренән армия сафына алынған Ғилемдар, командирынан рөхсәт һорап, ул саҡтағы Ҡандра районының Үрмәкәй ауылында яу яланына китеүен көтөп ятҡан атаһы менән осраша. Төн буйы һөйләшеп сығалар. Атаһы: "Улым, был мәхшәрҙән икебеҙ ҙә иҫән ҡайта алмабыҙ, моғайын. Кемебеҙ генә ҡайтһа ла, ғаиләне тарҡатмайыҡ," — тип әйтә. Был һүҙҙәр улына ғүмерлек васыят булып ҡала.
Балаларын тәрбиәләп үҫтереүгә лә яуаплы ҡарай. Ҡайҙа ғына барһа ла, буш ҡайтмай, ҡытлыҡ, юҡлыҡ заманында ла уларҙың өҫ-башын, тамаҡтарын хәстәрләй. Ғаиләлә өс бала үҫә. Ике ҡыҙы ла атаһы юлын дауам итә. Әле Гөлшат Ҡурамшина – республикала билдәле журналист, төпсөк ҡыҙы Гөлназ Рамазанова, аспирантура тамамлап, фән докторы дәрәжәһенә еткән, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта.
Тыныс холоҡло, сабыр Ғилемдар Рамазанов баҡыйлыҡҡа ла шым ғына китә. Баҡсала эштәрен тамамлап ҡайтҡас, ейәнсәрен яратып ала ла өҫтәлгә тотоноп йән бирә. Был 1993 йылдың авгусында була. Билдәле шәхестең арабыҙҙа юҡлығына ике тиҫтә йыл үтһә лә, ул үҙенең башҡарған эше менән халыҡ күңелендә әле һаман йәшәй.