"Спартак" хаҡында һәр театр хыяллана25.06.2013
"Спартак" хаҡында һәр театр хыялланаКүптән түгел Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә "Спартак" балетының премьераһы булды. Спектаклде донъяның күренекле хореографы, СССР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Ленин һәм СССР дәүләт премиялары лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, академик Юрий Григорович ҡуйҙы. Юрий Николаевичтың үҙе билдәләүенсә, яңы спектакль башҡорт балетының юғары кимәлен йәнә бер раҫлай. Театр тормошондағы әлеге сағыу ваҡиға уңайынан "Спартак" спектаклендә төп партияны — Фригия ролен — башҡарған күренекле балерина, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстарҙың алтын һәм көмөш призеры, Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Гүзәл Сөләймәноваға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

— Премьера көнөндә Юрий Григорович: "Спартак" кеүек ҡатмарлы һәм киң ҡоласлы постановканы айырым театрҙар ғына башҡарып сыға ала", — тигән фекер белдерҙе. Гүзәл, әйтегеҙ әле, "Спартак" ни өсөн нәҡ беҙҙең сәхнәне "һайланы"?
— Юғары сәнғәт оҫталығындағы был балетты үҙ репертуарында булдырыу — һәр театрҙың хыялы, минеңсә. Ә инде Юрий Григорович кеүек бөйөк талант эйәһе менән ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында булһа ла бер сәхнәлә ижади эшләү, унан оҫталыҡ дәрестәре алыу — һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхеттер, моғайын. "Спартак" спектаклен башҡорт сәхнәһендә ҡуйыу өсөн театрҙың художество етәксеһе Рөстәм Сабитов, шулай уҡ балет труппаһының художество етәксеһе Элеонора Ҡыуатова ҙур тырышлыҡ һалды. Иң мөһиме — Юрий Николаевич беҙҙең труппаны яҡшы белә. Ул ҡуйған "Аҡҡош күле", "Дон Кихот", "Щелкунчик", "Урынһыҙ абайлылыҡ" спектаклдәре театр сәхнәһендә ҙур уңыш менән бара. Был спектаклдәрҙә төп партияларҙы башҡарыуыма шатмын. Әйткәндәй, 1995 йылда ул сәхнәләштергән "Щелкунчик" менән Америка Ҡушма Штаттарында ла гастролдә булдыҡ. Атаҡлы хореографтың һөнәри талаптары бик тә юғары.
"Спартак"тың репетициялары ярты йыл буйы барҙы. Уларҙы Юрий Григоровичтың ассистенттары Ольга Васюченко менән Олег Рачковский ойошторҙо. Спектаклде әҙерләүгә балет труппаһы менән бергә оркестр, театрҙың производство цехтары ла йәлеп ителде. Ҡуйыусы-дирижер Герман Кимдың ижади хеҙмәтен айырып билдәләге килә.
— "Спартак" балеты донъяның иң күренекле сәхнәләрендә генә ҡуйыла һәм уға тамашасының ҡыҙыҡһыныуы ныҡ ҙур. Был нимә менән аңлатыла?
— Спартак — һәр кемгә мәктәп йылдарынан уҡ таныш тарихи шәхес. Уның ҡыйыулығы, иреккә ынтылышы һәм был бөйөк кеше менән бәйле ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырмай, минеңсә. Спектаклдең сюжеты тәрән психологик һәм драматик кисерештәргә ҡоролған. Шуға бәйле бейеү хәрәкәттәре лә техник яҡтан бик ҡатмарлы. Тамашасының иң нескә тойғоларын уятыу өсөн беҙҙән һәр хәрәкәтте хис һәм фекер менән һуғарып, пластик интонациялар аша кәүҙәләндереү талап ителде. Шуны ла әйтәйек: был спектаклде Юрий Григорович тәү тапҡыр Ҙур театр сәхнәһендә ҡуйған. Төп партияларҙы Марис Лиепа, Екатерина Максимова, Владимир Васильев кеүек исемдәре донъяға билдәле балет оҫталары башҡарған. Беҙгә лә һәләтебеҙҙе шулар кимәлендә күрһәтергә кәрәк ине. Генераль репетиция барышында уҡ Юрий Николаевичтан ҡәнәғәтлек һүҙҙәрен ишетеү, премьераның аншлаг менән үтеүе беҙҙең хеҙмәткә иң ҙур баһа булды.
Мин премьера спектаклендә Спартак партияһын башҡарыу өсөн саҡырылған артист — Юрий Григоровичтың Краснодар театры солисы, "Рәсәйҙең йәш балеты" конкурсы лауреаты Алексей Шлыков менән бейенем. Ул Спартактың бөтә булмышын бейеү теленә ғәжәйеп ҙур оҫталыҡ менән күсереп, тамашасыны әсир итте. Ғөмүмән, төп партияларҙы башҡарыусылар ҙа, кордебалет та юғары дәрәжәлә сығыш яһаны.
— Гүзәл, белеүебеҙсә, һин һуңғы ваҡытта йыш ҡына йыраҡ гастролдәрҙә булаһың. Ижади сәфәрҙәрҙең иң иҫтә ҡалғандары ниндәй?
— Эйе, гастролдә йыш булырға тура килде. Испания, Италия, Куба, Румыния илдәренең балет оҫталары менән берлектә ике ай дауамында Испания ҡалаларында сығыш яһаныҡ. Унан алда "Урыҫ милли балеты" театры саҡырыуы буйынса Ҡытай Халыҡ Республикаһында ике һәм өс айлыҡ гастролдәрҙә йөрөп ҡайттым. Үҙебеҙҙең балет труппаһы менән Германия, Чехия, Финляндия, Латвия, Италия сәхнәләрендәге сығыштар ҙа уңышлы булды. Ҡаҙағстанда үткән балет һәм опера фестивалендә ҡатнашыу ҙа онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы.
Сыктывкар опера һәм балет театрының махсус саҡырыуы буйынса Бөйөк Британияның билдәле театрҙарында сығыш яһау мине айырыуса тулҡынландырҙы. Данлыҡлы яҡташыбыҙ Рудольф Нуриев эшләгән "Король балеты" театрында булдыҡ, ул йөрөгән эҙҙәрҙән үттек. Әстрхан ҡалаһында яңы опера һәм балет театры асылыу уңайынан мине "Аҡҡош күле" балетында төп партияны башҡарырға саҡырҙылар. Был ижади дуҫлыҡҡа юл асты.
— Киләсәккә уй-ниәттәрең менән дә уртаҡлашһаң ине.
— Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургка юлланам, унда А.Я. Ваганова исемендәге урыҫ балеты академияһында дәүләт имтихандары көтә. Буласаҡ һөнәрем сәнғәт өлкәһендә ойоштороу эшмәкәрлеге менән бәйле. Ә инде киләһе миҙгелдә яңы эштәр, мауыҡтырғыс гастролдәр, тамашасылар менән шатлыҡлы осрашыуҙар көтә тип ышанам.


Вернуться назад