Ҡотлайбыҙ!25.06.2013
Ҡотлайбыҙ!Стәрлебаш районының Первомайский ҡасабаһында йәшәүсе Гөлнара Кинйәмырҙа ҡыҙы Бәхтийәрованы 45 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ, уға сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Тормош иптәше Нурғәле менән улар ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Ошо көндәрҙә генә оло улдары Иҙрис, ата-әсәһен шатландырып, БДУ-ны уңышлы тамамланы. Ҡыҙҙары Ҡәҙриә мәктәптә тик яҡшы билдәләргә өлгәшә.
Гөлнара Бәхтийәр ҡыҙы — тырыш, етеҙ, тәүәккәл, уңған ҡатын. Дуҫтары, туғандары һәм яҡындарына һәр ваҡыт иғтибарлы.
Ул үҙе эшләп йөрөгән мәктәптең коллективы һәм ата-әсәләр менән уртаҡ тел таба, районда үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, һәр эште яратып, күңел һалып башҡара.
Хәҙер инде 25 йылға яҡын балаларға белем бирә. Байтаҡ ижади конкурстың лауреаты, “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһенең айырым номинация буйынса еңеүсеһе булды ул. Киләсәктә бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын, бар хыялдарың да тормошҡа ашһын, ҡәҙерлебеҙ!

Иң изге теләктәр менән әсәһе Фәрзәнә, ҡәйнәһе Сәлимә, апаһы Фәнүзә, һеңлеләре Земфира, Светлана, Флүзә, еҙнәһе Мирсәйет, кейәүҙәре Салауат, Булат, Илмир, ҡайныһы Мирғәле, тормош иптәше Нурғәле һәм балалары Иҙрис менән Ҡәҙриә.


Вернуться назад