Ижади башланғысҡа — аҡ юл21.06.2013
Ижади башланғысҡа — аҡ юлКүптән түгел мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләгәйне. Байрам һайын бүләк биреү йолаһы бар. Республикабыҙҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә иғтибарһыҙ ҡалманы — кисә уларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов юғары наградалар һәм гранттар тапшырҙы.

Залда кем генә юҡ: билдәле артистар, телевидение хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре, район хакимиәттәре башлыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар...
— Бөгөн республиканың мәҙәниәт тармағында 22 меңдән ашыу кеше хеҙмәт итә. Һеҙ — беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Тормошҡа икенсерәк ҡараштаһығыҙ, уны матурыраҡ, зауыҡлыраҡ итергә тырышаһығыҙ, бының өсөн ҙур рәхмәт, — тине Рөстәм Зәки улы. — Әлбиттә, тармаҡта проблемалар ҙа етерлек: күптәрегеҙҙең эш хаҡы ҙур түгел, ятаҡтарҙа, кеше фатирында йәшәүселәр бихисап. Етәкселек яғынан ярҙам буласаҡ.
Билдәле композитор Роза Сәхәүетдиноваға Салауат Юлаев ордены тапшырылды, ә Башҡорт дәүләт филармонияһының һүҙ оҫтаһы Александр Донгузовҡа “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары Артур Ҡәйепҡолов менән Лилиә Хажиғәлиева һәм Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы Венер Сөнәғәтов Башҡортостандың атҡаҙанған артисы булып танылды.
Президент грантына лайыҡ булғандар ҙа тәбрикләнде. Махсус Указға ярашлы, йыл һайын 30 грант тапшырыла, уларҙың бишәүһе — 300 мең (коллективтар өсөн), 25-е — 100 мең һумлыҡ. Быйыл грантҡа 145 ижади проект дәғүә иткәйне, конкурста утыҙы еңеп сыҡҡан.
— Ҡәҙерле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мин һеҙҙән бөгөн яңы башланғыстар, инициатива, энергия һәм, заманса итеп әйткәндә, креатив һорайым. Беҙ бай милли мәҙәниәтебеҙҙе артабан да үҫтерергә, юғалтмаҫҡа тейешбеҙ, һәм быны бөтәбеҙ бергә башҡара алабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад