Рәмил ТУЙСИН: “Ҡурай менән халыҡ моңо ижадымды бөтөн итә”19.11.2011
Рәмил ТУЙСИН: “Ҡурай менән халыҡ моңо ижадымды бөтөн итә”Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуып үҫкән Туйсиндар менән күптәр таныштыр, моғайын. Ун бер бала үҫкән ғаиләлә һәр береһе тиерлек йырлай, шул иҫәптән бишәүһе оло сәхнәгә сығып, халыҡ араһында киң танылыу яуланы. Бөгөн һүҙебеҙ шуларҙың береһе — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған йырсы Рәмил Туйсин хаҡында.
Йөрәктәргә үтеп инерлек, моңло, үҙенсәлекле тауышлы был йырсыны сәнғәт һөйөүселәр күптән үҙ иткән. Уның йырҙары күңел ҡылдарын тирбәтә, үткәндәрҙе юҡһындыра, бөгөнгө тормоштоң матурлығын тойорға ярҙам итә.
— Рәмил Париж улы, халыҡ йөрәгенә яҡын йырҙарҙы башҡарыу өсөн йырсыға ниндәй һыҙаттарға эйә булыу кәрәк?
— Шундай булып тыуыу кәрәк (көлә). Шаяртам, әлбиттә. Белеүегеҙсә, мин — ҡурайсы. Ҡурайҙа уйнау, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу халыҡ моңона ҡарата һөйөүемде нығытты. Йыр сәнғәте халҡыбыҙҙың милли ҡоралы ҡурай нигеҙендә барлыҡҡа килгән.
Оло сәхнәгә халыҡ йырҙарын башҡарғанда сыҡтым. Минеңсә, һәр йырсы халыҡ моңон белергә генә түгел, уны башҡарыу оҫталығына ла эйә булырға тейеш. Тамашасылар ҡабул итерлек йырҙарҙы уларҙың үҙҙәре араһынан табам, ҡасандыр йырланып, онотола төшкәндәрҙе өйрәнеп, заманса аранжировкалар яһап, халыҡҡа алып сығыу — төп маҡсаттарымдың береһе. Мәҫәлән, Себер яҡтарынан алып ҡайтҡан “Ниҙәр булды Туратҡа?” йырын шунда уҡ яраттылар.
Ишле ғаиләлә етенсе бала булып үҫтем. Ябай ауыл малайы булыуым да, халыҡсан йырҙарҙы башҡарыуым да тамашасыларым өсөн яҡын. Кемгәлер оҡшарға тырышыу йәки заманса булам тип еңел-елпе йырҙар башҡарыу йырсыны биҙәмәй.
— Йырҙарығыҙ шундай моңло, хатта ҡайһы берҙәрен тыңлағанда күҙ йәштәренә ирек бирәһең.
— Йыр һайлағанда үҙ-үҙемә талапсанмын. Һүҙҙәре һәм көйө оҡшағанда ғына өйрәнәм. Ваҡыт һынауын үткән йырҙарға өҫтөнлөк бирәм. Халыҡ концертҡа ял итергә, үҙенә оҡшаған йырҙарҙы тыңлап, рухи аҙыҡ алып ҡайтырға килә, был һәр саҡ иҫемдә. Уларҙың талабын ҡәнәғәтләндерерлек, күңелен яуларлыҡ йырҙар һайлау күпкә отошло. Икенсенән, башҡарған көйөң тауышыңа ла тап килергә тейеш. Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар буйы репертуарымдан “Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам” йыры төшмәй. Ни өсөнмө? Сөнки йыр һөйөүселәр уны һорай, яратып тыңлай. Ғәжәп һағышлы был әҫәр милләтебеҙгә хас моңо ғына түгел, мәғәнәһе менән дә күңелдәрҙе арбай.
— Үҙегеҙ ҙә йырҙар ижад итәһегеҙ түгелме ни?
— Күңелгә оҡшаған йыр таба алмай, ҡайһы саҡта үҙемә лә ижад итергә тура килә. Шундай йырҙарымдың береһенә — “Әсәйем”ә — Илнур Сирбаев атлы егет көй яҙҙы. Бөгөн ошо йырҙы телевизор ҡараусылар һәм радио тыңлаусылар йыш ҡына иң ҡәҙерле кешеләренә ҡотлау сәләме итеп һайлай. Шулай уҡ ғаилә концерты өсөн махсус яҙылған “Бер туғандар беҙ” йырын да моң һөйөүселәр ҡабул итте.
— Рәмил Париж улы, республика тамашасыһынан “йәшенеп”, бер ваҡыт хатта Сибай сәхнәләрендә лә сығыш яһамай торҙоғоҙ. Бының үҙ сәбәптәре барҙыр?
— Әлбиттә, бар. Түрәләргә ярай белмәүем, тура һүҙле булыуым бер аҙға сәхнәнән китеүемә сәбәпсе булды. Тап ошо ваҡытта ғаилә концертын булдырыу теләге барлыҡҡа килде һәм беҙ бергәләп Өфө сәхнәләрен яуланыҡ. Халыҡтың концерттарыбыҙға эркелеп килеүе, көслө алҡыштары артабанғы ижадыбыҙға оло этәргес бирҙе. Шуға күрә республика райондары буйлап гастролгә сығыуҙы ла матур итеп ойоштора алдыҡ.
— Ғаилә концерттары менән һеҙ ике программа эшләп өлгөрҙөгөҙ, буғай...
— Эйе, тәүгеһендә өлкән апайыбыҙ Флүрә, ҡустыларым Радмир һәм Айнур менән сыҡһаҡ, икенсе концертта ағайыбыҙ Йәмилдең дә тауышын ишетте тамашасы. “Туйсиндарҙың йыр туйы” тип аталған тамаша менән бар республиканы йөрөп сыҡтыҡ тип әйтергә була. Бында шулай уҡ Флүрә апайҙың ҡыҙы Фирүзә Париж менән улы Илшат Аллаяров (баянсы) ҡушылды. Өфөлә сығыш яһағаныбыҙҙа мәшһүр бейеүсе Рәшиҙә Туйсина ла ҡатнашты. Ул да беҙҙең туғаныбыҙ.
— Йыр-моңға һөйөү тәрбиәләгән, сәнғәткә ғашиҡ ғаиләнең үҙ сере барҙыр бит? Бер туғандар араһынан шунса йырсы сығыуы — үҙе мөғжизә!
— Моң шишмәһе урғылып тамырынан сыға тигәндәй, беҙҙең быуын Буранбай сәсәнгә барып тоташа. Атай-әсәйебеҙ ҙә — моңло, йыр һөйгән кешеләр. Бәләкәйҙән йыр-моңдан айырылмай үҫтек, беребеҙҙең ҡулында — баян, икенсеһенекендә ҡурай булды. Һәр көн концерт ҡуйып, йыр өйрәнеүебеҙ бушҡа булмаған. Радмир ҡустым Сибай филармонияһында эшләй, профессиональ йырсы. Флүрә апайым ғүмер буйы Ҡолсора ауылында мәҙәниәт йорто директоры булып эшләне. Айнур ҡустым да Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланы.
— Балаларығыҙға матур башҡорт исемдәре ҡушҡанһығыҙ. Йырлайҙармы? Ғөмүмән, киләсәктә уларҙың сәнғәт юлынан китеүен теләр инегеҙме?
— Башҡорт йырҙарына һөйөүем шундай исемдәр һайлауға йоғонто яһағандыр. Шәүрә ҡыҙым XI класта уҡый. Шиғыр яҙа, ижад менән етди шөғөлләнә. Өс йәшлек улым Буранбай ҙа киләсәген йыр-моңға бәйләр тип уйлайым. Атай булараҡ, мин уларға: “Һин мотлаҡ шул һөнәргә эйә булырға тейешһең!” — тип әйтмәйем. Күңелдәренә оҡшағанын һайлаһындар, тик халыҡҡа файҙа бирерлек, беҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек булып үҫһендәр.
— Һеҙҙең ижадты яратыусыларҙың кәләшегеҙ хаҡында ла белгеһе киләлер...
— Нурия Нуриман ҡыҙы — Баймаҡ районынан. Һөнәре буйынса уҡытыусы, әле Сибай гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләй. Иң яҡын кәңәшсем, тәнҡитсем дә. Концерттарға ул минән дә нығыраҡ әҙерләнә. Ниндәй костюм кейергә, ниндәй галстук тағырға — ҡыҙым менән ҡатынымдан башҡа берәүҙең дә кәңәшенә ҡолаҡ һалмайым һәм яңылышмайым.
— Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
— Иптәштәр менән балыҡ тоторға яратам. Күл-йылға буйҙарында булыу, тәбиғәт менән аралашыу, дуҫтар менән осрашыу күңелгә дәрт өҫтәй, ҡанатландыра. Ғаиләбеҙ менән бергәләп тәбиғәт ҡосағына йыш сығабыҙ. Һаҡмар буйҙарында йөрөүҙән, йәйгеһен ауылға ҡайтып, бесән сабыуҙан ҙур кинәнес табам. Ғөмүмән, буш ваҡытымды һөйөклө ҡатыныма, ғәзиз балаларыма һәм йәндәй күргән туғандарыма бағышларға тырышам.


Вернуться назад