“Ай тотолған төндә” — Ҡазанда20.06.2013
Төрки телле театрҙарҙың “Науруз” халыҡ-ара фестивале даими рәүештә Ҡазанда үтә. Уның географияһы һәм программаһы йылдан-йыл киңәйә, камиллаша бара.
Быйылғы ХI фестиваль ҡоласы яғынан тағы ла киңәйтелде һәм бик юғары кимәлдә булды. Унда Татарстан, Башҡортостан, Сыуаш Республикаһы, Яҡут-Саха, Ҡаҙағстан, Хакас, Алтай, Тыва, Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Төркиәнән төрлө театр коллективтары сығыш яһаны. Театрҙарҙың бер-береһе менән ижади бәйләнештә йәшәүен, спектаклдәрҙең эстетик дәрәжәһен күтәреүҙе, гастролдәр эшен әүҙемләштереүҙе, милли драматургияны популярлаштырыуҙы, яңы ижади формалар табыуҙы, донъя театр киңлегенә сығыуҙы һәм башҡа маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп уҙғарылды фестиваль.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сығышы — М. Кәрим трагедияһы буйынса “Ай тотолған төндә” спектакле — “Науруз”дың иң күркәм биҙәге булды. Фестивалдең тәнҡитселәр коллегияһы, жюри ағзалары фекеренсә, спектакль юғары художество кимәлдә, үҙенсәлекле формала, заманға ярашлы ҡуйылған, фәлсәфәгә бай. “Ай тотолған төндә” сәнғәт бәйгеһенең юғары баһаһын алды.