Йылдар уҙған һайын элекке хәл-ваҡиғалар нығыраҡ иҫкә төшә, ата-бабалар рухы яңыра. Тарихи тамырҙар алыҫайһа ла, беҙҙең күңелдәрҙә боронғоға ынтылыу көсәйә генә.
Ошо йәһәттән республикабыҙҙа байтаҡ ыңғай эштәр башҡарыла, төрлө саралар уҙғарыла. Айырыуса “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” йыйындары, шәжәрә байрамдары әһәмиәтле.
Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында ла 22 июндә шәжәрә байрамы үткәрелә. Барлыҡ ауылдаштарҙы, ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙы ошо тантанаға саҡырып, һағынып көтөп ҡалабыҙ. Программала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә арналған обелискты асыу, төрлө конкурстар, концерт ҡаралған. Байрам иртәнге сәғәттә 11-ҙә башлана.
снять квартиру в уфе