Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле шағир Ирек Кинйәбулатовтың “Ғүмер китабы” исемле һайланма әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күрҙе. Унда шағирҙың ярты быуатлыҡ ижад осоронда төрлө йылдарҙа сыҡҡан китаптарынан алынған, шулай уҡ яңы яҙылған әҫәрҙәре тәҡдим ителә.
“Ниндәй генә осор килмәһен, сәнғәт ниндәй үҙгәрештәр, киҫкен һынылыштар кисермәһен, Ирек Кинйәбулатовтың шиғриәте, нигеҙҙә, тыштан тыныс тонлы, эстән үҙенсә тәбиғи моңло ижад булып ҡала. Уның поэтик үҙенсәлеге ҡәҙимге тормошто тәбиғи ағышында һүрәтләүендә, йәшәү йәмен, күңел күркен үҙенсә ғәҙәти, традицион һүрәтләү саралары аша ябай итеп тасуирлауҙа”, – ти академик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов.
Шағирға 75 йәш тулыу уңайынан, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең “Ғүмер китабы”н баҫып сығарыуы — Ирек Кинйәбулатов ҡына түгел, әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн дә ҙур бүләк.
Шағир иһә ҡәләмдәштәрен, шиғриәткә ғашиҡтарҙы 20 июндә сәғәт 12-лә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең магазинында үтәсәк “Ғүмер китабы”ның исем туйында көтә. Моң иленә рәхим итегеҙ, дуҫтар!