Журналисҡа ла ял кәрәк18.06.2013
Журналисҡа ла ял кәрәкБашҡортостан матбуғаты көнө уңайынан Благовещен ҡалаһы янында журналистар фестивале үтте. Инде өсөнсө йыл рәттән ойошторолған үҙенсәлекле сарала республикабыҙҙың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләгән ҡәләм эйәләре ҡатнашты.

— Журналистың һүҙе бер ҡасан да әһәмиәтен юғалтмай, — тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов. — Беҙҙең төбәктә үҙ һөнәрен яратҡан, илдең киләсәген хәстәрләгән ҡәләм оҫталары эшләй. Улар бар көсөн кешелек ҡиммәттәрен үҫтереүгә йүнәлтә. Шуға ла һеҙгә, хөрмәтле хеҙмәттәштәр, ижади еңеүҙәр, тоғро уҡыусыларығыҙ күберәк булыуын теләйем.
Борис Мелкоедов алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе лә тәбрикләне. Күптәргә маҡтаулы исемдәр бирелде. Шул иҫәптән хеҙмәттәштәребеҙҙән әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Салауат Әбүзәров Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде, корректор Әҡлимә Ғиззәтуллина Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, журналистар рәхәтләнеп күңел асты, спорт ярыштарында көсөн һынаны, сәхнәгә сығып, йыр-моңға һәләтен күрһәтте. Ә инде парашютсыларҙың самолеттан һикереүен ҡарау күркәм тамашаға әүерелде.


Вернуться назад