Батырҙар халыҡ күңеленә “ерләнә”18.06.2013
Батырҙар халыҡ күңеленә “ерләнә”Сатый мәктәбе, капиталь ремонт үткәрелгәс, танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Ошо көндәрҙә уҡыу йортоноң иркен майҙанында Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ азатлығы өсөн һәләк булғандар иҫтәлегенә обелиск асыуҙа Липецк өлкәһенең Тербун районынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Әйткәндәй, нәҡ ошо төбәктең Лобановка ауылы янында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкы командиры Гәрәй Нафиҡов ҙур батырлыҡ күрһәткән.
Миәкә районы хакимиәте башлығы Зәйнулла Насиров билдәләүенсә, тербундар башҡортостандарҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән күп эш башҡара.
– Бындай сарала ҡатнашыуыбыҙ — беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, – тине Тербун районы хакимиәте башлығы Сергей Иванов. – Башҡортостан егеттәренең ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы бөтәһенә лә билдәле. Йәш быуын батырҙарҙы белеп үҫергә тейеш.
Һуңынан сарала ҡатнашыусылар обелискка сәскәләр һалды, бер минут тын ҡалып, батырҙарҙы иҫкә алды.
Гәрәй Нафиҡовҡа бюсты Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, скульптор Рафаил Зинуров эшләгән.


Вернуться назад