Еңеүселәр бүләкләнде15.06.2013
Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова “Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡты үҫтергән өсөн” республика конкурсында еңеүселәргә диплом тапшырҙы.

Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, тәүге этапта 200-ҙән ашыу ойошма ҡатнашты. Шулар араһынан 11 еңеүсе һайлап алынды. Икенсе этапты үткәндә социаль партнерлыҡ һәм производствоның юғары һөҙөмтәлелеге кеүек күрһәткестәр иҫәпкә алынды.
Бюджеттан тыш ойошмаларҙың тәүге төркөмөндә “Д.А. Черняев исемендәге Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре” — беренсе, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе — икенсе, Стәрлетамаҡтағы “Сода” йәмғиәте өсөнсө урын яуланы. Икенсе төркөмдә беренсе — “Рощинский” совхозына, икенсе — Учалы тегеү фабрикаһына, өсөнсө урын Өфө ҡалаһындағы Яһалма ҡоролмаларҙы төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу буйынса махсус идаралыҡҡа бирелде. Бюджет ойошмалары араһында социаль партнерлыҡтың иң юғары кимәленә Өфө дәүләт авиация техник университетында өлгәшелгән.


Вернуться назад