Халыҡ-ара фестиваль Өфөлә сағыу гала-концерт менән тамамланды. Өфөләр өсөн был күркәм тамаша Ҡала байрамы көнөнә үҙенсәлекле бүләк булды. Төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтар быға тиклем Ҡырмыҫҡалы, Ғафури райондарында, шулай уҡ Салауат һәм Күмертау ҡалаларында сығыш яһап өлгөргәйне.
— “Берҙәмлек” республикабыҙҙа егерме йылдан ашыу үткәрелә, — тине, ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Һеҙҙең менән һәр осрашыу оло ваҡиғаға әүерелә. Ошо сарала бер-беребеҙҙе мәҙәниәттәребеҙ менән таныштырабыҙ. Ә инде рухи мираҫыбыҙға
иғтибар артыуы үтә лә мөһим.
Лилиә Салауат ҡыҙы халыҡҡа Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
Был көндә Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромы ла гөрләп торҙо: күренекле яҡташтарыбыҙҙың — легендар “ДДТ” төркөмө етәксеһе Юрий Шевчуктың һәм йырсы Земфира Рамазанованың концертын ҡарарға меңдәрсә тамашасы йыйылғайны. Стадионға үтеү өсөн генә кешеләр ярты сәғәттән ашыу сиратта баҫып торҙо. Ҡойоп ямғыр яуыуы ла халыҡты көтөп алынған тамашанан айыра алманы.