Тамсынан йыйылған күл22.12.2011
Күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәрен уҡымаған, йә булмаһа республикабыҙҙың театрҙары сәхнәләрендә уның пьесалары буйынса ҡуйылған
спектаклдәрҙе ҡарамаған кеше һирәктер.
Яҙыусының “Бөйрәкәй” роман-эпопеяһын ғына телгә алһаң да: “Ә-ә, үҙебеҙҙең Таңсулпандың әҫәре бит. Илай-илай уҡыным мин уны”, — тиеүселәр бар. Юҡҡамы ни Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим: “Таңсулпан Ғарипованың өйрәнсек осоро булманы, ул әҙәбиәткә йондоҙ кеүек атылып килеп инде”, — тип яҙҙы.
Халыҡ мөхәббәтен яулаған Таңсулпан апайҙың ижады, тормошо хаҡында күптән түгел “Ғилем” нәшриәте “Бер тамсыла ҡояш сағыла” тигән фәнни-популяр мәҡәләләр йыйынтығы баҫып сығарҙы. Ҡалын ғына был китапта яҙыусының әҙәбиәт донъяһына аяҡ баҫҡанынан алып бөгөнгө көнгә тиклемге ижади портреты һүрәтләнә. Унда һеҙ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов, Әмир Әминев, Әмир Гәрәев, Рәйес Түләк кеүек ҡәләм әһелдәренең әҙибә хаҡында төрлө йылдарҙа сыҡҡан мәҡәләләре менән таныша алаһығыҙ. Шулай уҡ төрлө быуын журналистарының яҙыусы менән әңгәмәләре, әҙәбиәт белгестәренең фекерҙәре күңелегеҙгә хуш килер.
С. ӘБҮЗӘРОВ.


Вернуться назад