Закон талаптары — бер мәсьәлә, яуаплылыҡ тураһында ла онотмайыҡ14.06.2013
Закон талаптары — бер мәсьәлә, яуаплылыҡ тураһында ла онотмайыҡБөтә ғүмереңде сарыф ит һин китапҡа, бөтә тормош, бөтә аҡыл — китапта, тигән Шәһәрғәзи Ғәбдиев. Уның шулай икәнен китап дуҫтары яҡшы аңлай. Әйткәндәй, быйыл Башҡортостандың Дәүләт китап палатаһы ойошторолоуға 85 йыл тула. Ошо уңайҙан учреждениеның директоры Азат ИБРАҺИМОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Башта гәзит уҡыусыларға һеҙҙең ойошма хаҡында мәғлүмәт биреү кәрәктер.
– Башҡортостан Дәүләт китап палатаһы – республиканың матбуғат архивы. Учреждение 1928 йылдың 19 декабрендә ойошторолған. Бында ташҡа баҫылған күп төрлө продукция һаҡлана. 1741 йылда нәшер ителгән китаптар, 1846 йылғы гәзиттәр йәки 1971 йылғы журналдар — шуға асыҡ миҫал. Бынан тыш, Палатала буклеттар, календарҙар, авторефераттар, плакаттар, афишалар һәм башҡа баҫмалар һаҡлана. Уларға ҡарап, шул осор хаҡында фекер йөрөтөргә була. Беҙҙә район гәзиттәренең һәммәһе лә бар. Баҫмала теге йәки был төбәктең иң әһәмиәтле ваҡиғалары теркәлеп барғас, үҙ сиратында шул райондың тарихын күҙалларға мөмкин. Өндәү плакаттары һәм листовкалар буйынса депутатлыҡҡа кандидаттарҙың халыҡтың йәшәү кимәлен нисек итеп үҙгәртергә теләүен дә беләһең. Нимәнелер туплау-һаҡлауҙан айырмалы, статистика хеҙмәтен үтәгән баҫма продукцияның иҫәбен дә алып барабыҙ.
Бында ҡабул ителгәндәрҙең барыһы ла — мөһим документ. Улар теркәлә, аҙаҡтан махсус күрһәтмәгә – "Баҫма йылъяҙмаһы"на һалына. Уларҙан, әйтәйек, шул йылда ҡыҙыҡлы тематика буйынса ҡайһы китап, гәзит, автореферат баҫылыуын беләһең.
– Китап палатаһы фондын бизмәнгә һалып үлсәү мөмкин түгел. Ғөмүмән, Фонд нисек туплана?
– "Документтарҙың мотлаҡ данаһы тураһында"ғы Закондың 7-се статьяһына ярашлы, баҫма продукцияны етештереүселәр (ә уға гәзит һәм журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, нәшриәт һәм типография етәкселәре инә) беҙгә үҙҙәренең продукцияһын бушлай бирергә тейеш. Бындай талап Башҡортостан Республикаһы Законында ла билдәләнгән. Шуға ярашлы, республиканың матбуғат архивы фонды туплана. Минеңсә, ҡануниәт талабы — бер мәсьәлә, бынан тыш, яуаплылыҡ тойғоһон да онотмайыҡ. Бөтә төр продукцияны редакцияла һәм нәшриәттә һаҡлау мөмкин түгел, әлбиттә. Ә беҙҙә тейешле мөмкинлек бар.
– Азат Әхмәт улы, һәр ойошма киләсәккә уй-ниәт менән йәшәй. Бөгөн Китап палатаһы үҙ алдына ниндәй маҡсаттар ҡуя?
– Эштә мәғлүмәт технологияһын индереү – иң оло бурыс. Республикабыҙҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ярҙамында былтыр компьютерҙарҙы, шулай уҡ махсус иҫәп программаһын һәм библиографик яҙыу документын яңырттыҡ. Улар беҙгә статистиканы алып барыу, документтарҙың электрон каталогын һәм яңылыҡтарҙы сайтҡа ҡуйыу өсөн ифрат уңайлы. Фондты һанлы эшкәртеү һәм уны Интернетҡа ҡуйыу ҙа йылдам бара.
85 йыллыҡ юбилей уңайынан республикабыҙҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ярҙамында "Үҙгәреп торған донъяла – китап" ғилми-ғәмәли конференцияһын һәм "Кадрҙа — китап" фотоконкурсын ойоштороу күҙ уңында тотола. Мөһим сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ, хәйер, киләсәккә битараф түгелдәрҙең барыһын да байрамда көтәбеҙ.


Вернуться назад