Үҫмер сағым. Мәктәптән ҡайтып, дәрес әҙерләп ултырам. Шул саҡ радионан Әлфиә Афзалова башҡарыуында йыр яңғыраны.
“...Бер гүзәлен һағынам Шишмәнең,
Оноталмаһам уны нишләрмен?” — тип үҫмер күңелен дә тетрәндерерлек моң таралды өйгә.
Шул саҡ өләсәйем:
— Эй, бигерәк матур тауышы, моңло ла инде ошо Әлфиә. Етем үҫкәнгәлер, моғайын, — тип көрһөнөп ҡуйҙы.
— Ишембайҙа концертында булғайным, шунда тормош юлы хаҡында һөйләне. Бигерәк ябай үҙе, эсендәге — тышында, — тип тә өҫтәне.
Ошо һөйләшеүҙән һуң йырсының ижады менән ҡыҙыҡһына башланым. Уның тураһында яҙылғандарҙың барыһын да йыйып барырға тырыштым.
Өфөлә уҡый башлағас, "Әлфиә Афзалова килә икән" тигән хәбәр ишетелде. Концертына билет һатылып бөткәйне, шулай ҙа сығышын ҡарай алдым. Концерты ысын мәғәнәһендә йыр-моң байрамына әүерелде. Башҡортостанға икенсе тапҡыр килгән сағында яҡындан танышырға насип булды. Бәләкәйҙән үк ижадына ғашиҡлығымды әйткәс, ихлас шатланды. Күптән белгән кешеһеләй күреп, яҙмышы тураһында һөйләне. Ябайлығына иҫем китте. Әле генә меңәрләгән тамашасыны әсир иткән, үҙенә ҡаратҡан артист тип әйтмәҫһең дә! Уның концертының ваҡыты сикләнмәй, тамашасы һорай икән, өс сәғәттән ашып китһә лә, сәхнәнән сығырға ашыҡмай. Бер кемдең дә үтенесен кире ҡаҡмай, йырлай ҙа йырлай.
Бер нисә йыл элек Әлфиә апай менән Свердловск өлкәһендәге һабантуйҙа сығыш яһаныҡ. Шунда уның репертуарындағы йырҙарҙы башҡарырға рөхсәт һораным. "Йырлай ғына күр, тик ҡайҙа барһаң да, минән сәләм әйт, хәҙер үҙем бик йөрөй алмам", — тип ризалығын бирҙе.
Мәшһүр йырсы тыумышы менән Башҡортостандың Краснокама районынан. Өфөгә килгән һайын: "Тыуған яғыма ҡайттым", — тине. Хәҙер уның тәүләп тәпәй баҫҡан Ҡабан ауылы урынында — Ағиҙел ҡалаһы. Киң билдәле йырсыны Башҡортостанда ла яратып тыңлаған тамашасылар бик күп. Республикабыҙҙың барлыҡ төбәгендә лә көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ ул. Быйыл һикһән йәшлек күркәм юбилейын уҙғарҙы моң эйәһе. Шул уңайҙан Әлфиә Афзаловаға “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән мәртәбәле исем бирелһә, хеҙмәтенә матур һәм лайыҡлы баһа булыр ине. Йырсы репертуарында Башҡортостан композиторҙарының да йырҙары күп. Заманында Бәхти Ғайсин, Рим Хәсәнов, Наил Ғәлиев, Әкрәм Дауытов, Тәлғәт Шәрипов һәм башҡа композиторҙарҙың йырҙарын яратып башҡарҙы. "Шәл бәйләнем", "Тәнәкәй", "Элмәлек" кеүек халыҡ йырҙарын да башҡорт телендә яңғыратҡан. Әйткәндәй, фонотекамда был яҙмаларҙың барыһы ла һаҡлана.
Хөрмәтле, олуғ йырсыбыҙ Әлфиә Афзаловаға Хоҙай матур ғүмер насип итһен. Моңһоҙҙарҙы моңландырып, дәртһеҙҙәргә дәрт өләшеп, халыҡҡа шатлыҡ өҫтәп йырлаһын да йырлаһын әле.