Бала саҡтан “китап ене” ҡағылған Рәсимә Аҡылова китапханасы һөнәрен һайлап яңылышмай. Бөгөн ул Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: күптән түгел бында моделле китапхана асылды.
Уның фондында – барлығы 11 меңдән ашыу китап. Ауылда йәшәгән 700-гә яҡын кешенең яртыһынан күбеһе китап уҡырға ярата. Моделле китапхана мөдире Рәсимә Ғәбделмөрит ҡыҙы әйтеүенсә, уҡыусылар һаны артҡан. Бигерәк тә мәктәп балалары, йәштәр өсөн уңайлы: улар үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ таба.
Әбүбәкерҙәр бигерәк тә Гөлсирә Ғиззәтуллина, яҡташтары Фәрзәнә Аҡбулатова, Факил Мырҙаҡаевтың әҫәрҙәрен яратып уҡый. Йыл һайын китап аҙналыҡтары, яҡташ яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәрелә.
Белемен камиллаштырыу өсөн Рәсимә Аҡылова Силәбе ҡалаһының мәҙәниәт институтында ситтән тороп белем алған. Ире менән өс бала үҫтерәләр. Бөгөн китапхананың төрлө йүнәлештәге мәғлүмәт үҙәге генә түгеллеген иҫәпкә алғанда, халыҡтың ялын ойоштороу, уларға тәрбиә биреү эше лә ауыл китапханасыһы иңенә йөкмәтелгән. Был йәһәттән Рәсимә Ғәбделмөрит ҡыҙы зарланмай, сөнки ул кеше менән уртаҡ тел табып эшләй белә, оҫта ойоштороусы булараҡ та билдәле. Ауылдаштарына рухи аҙыҡ өләшеп йәшәүҙән үҙенә тормош мәғәнәһе тапҡан Рәсимә Аҡылованың эше һәр саҡ уң булһын!